Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
23 Апрель , 10:18

Тәүлек эсендә Башҡортостанда йәшәүселәр мутлашыусыларға ун миллион һумға яҡын аҡса биргән

Полиция бүлектәренә мутлашыу тураһында 31 хәбәр килә.

Тәүлек эсендә Башҡортостанда йәшәүселәр мутлашыусыларға ун миллион һумға яҡын аҡса биргән
Тәүлек эсендә Башҡортостанда йәшәүселәр мутлашыусыларға ун миллион һумға яҡын аҡса биргән

Зыян күреүселәрҙең береһе - Нефтекама ҡалаһы студенты. 20 йәшлек ҡыҙға "вакансиялар менеджеры" шылтырата, ул инвестиция проектына аҡса һалырға тәҡдим итә. "Хеҙмәттәшлек" һөҙөмтәһендә студент 1,2 миллион һумын юғалта, ул уны кредитҡа ала.

Иглин районында йәшәүсе 70 йәшлек пенсионер ҙа шундай уҡ ысул менән зыян күргән. Оло йәштәге ир 800 мең һумға яҡын аҡсаһын юғалтҡан.

Ошо һәм башҡа факттар буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған, тип яҙа "Республика Башкортостан" гәзите.

Фото: Евгений Соколов, "Республика Башкортостан".

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: