Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
23 Апрель , 18:12

Башҡортостанда банк хеҙмәткәре мутлашыусыларға миллион һум урларға ҡамасаулаған

Финанс учреждениеһы белгесе телефон аша алдаусыларға Стәрлетамаҡта йәшәүсе ҡатындың аҡсаһын урларға бирмәгән. 

Башҡортостанда банк хеҙмәткәре мутлашыусыларға миллион һум урларға ҡамасаулаған
Башҡортостанда банк хеҙмәткәре мутлашыусыларға миллион һум урларға ҡамасаулаған

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән 66 йәшлек ҡатынға билдәһеҙ кешеләр шылтыратҡан. Мәғариф учреждениеһы етәксеһе һәм мәғариф министрлығы хеҙмәткәрҙәре итеп үҙҙәре менән таныштырып, улар элек белем биреү өлкәһендә эшләгән ҡатынға уның бөтә тупланмаларын "хәүефһеҙ иҫәп"кә күсерергә тәҡдим итә. Һөҙөмтәлә ҡатын ризалаша һәм банкка үҙенең иҫәбенән 1 миллион һум аҡса алырға бара.

Бәхеткә күрә, банк хеҙмәткәре хәлдең сәйер булыуын тойоп ҡала. Ул, клиенттан иҫәптең ябылыуының сәбәптәре тураһында ентекле һорашып, операцияны туҡтатып, полицияға хәбәр итә. Тик хоҡуҡ һаҡлаусылар ярҙамында ғына ҡатынды мәғариф министрлығы белгестәренең пенсионерҙарға финанс мәсьәләләрен хәл итеү өсөн шылтыратмауына ышандыралар, тип хәбәр итә "Республика Башкортостан" гәзите БР буйынса Эске эштәр минстрлығына һылтанма менән.

Фото: Альберт Заһиров, "Республика Башкортостан".

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: