Республика буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Виктория Рыцева хәбәр итеүенсә, март башында 30 йәшлек ҡатынға социаль селтәрҙә бер ир хат яҙған һәм танышырға тәҡдим иткән. Ул башҡа төбәктә йәшәүен, әммә йыш ҡына төрлө илдәр буйлап сәйәхәт итеүен әйтә. Бындай ҡиммәтле сәйәхәттәр өсөн ир инвестициялар менән бәйле табышлы эш менән түләүе хаҡында һөйләй. Ул ҡатынға курьер аша сәскәләр букеты ебәрә.
Виртуаль аралашыу бер ай самаһы дауам итә. Һуңынан ул инвестицияларҙан аҡса эшләй башларға тәҡдим итә. Ҡатын банктан 6 миллион һум самаһы кредит ала. Ир уларҙы үҙе күрһәткән номерҙарға күсереүҙе һорай. Миллионлаған аҡса алғас, шунда уҡ ул юғала. Зыян күреүсегә полицияға ғариза яҙырға тура килә, тип яҙа "Республика Башкортостан" гәзите.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: Интернетта билдәһеҙ кешеләр менән аралашҡанда уяу булығыҙ!
Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте.