Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
29 Ноябрь 2023, 22:48

Мутлашыусылар Башҡортостан Башлығының әсәһен алдаған

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 29 ноябрҙә «тура бәйләнеш» барышында дистанцион мутлашыуға бәйле хәлгә аңлатма бирҙе. Республика халҡы «трубкалағы тауышҡа» ышана һәм мутлашыусыларға миллионлаған һум аҡса күсерә, улар менән нисек көрәшергә, тигән һорауға яуап бирҙе.

Мутлашыусылар Башҡортостан Башлығының әсәһен алдаған
Мутлашыусылар Башҡортостан Башлығының әсәһен алдаған
- Беләһегеҙме, минең күптән инде шундай принцибым бар - мин таныш булмаған телефон номерын алмайым. Әгәр минең телефоныма яҙылһа, мин яуап бирәм, әгәр юҡ икән, юҡ. Бер ваҡыт әсәйем мутлашыусылар ҡулына эләкте. Ул ваҡытта Мәскәүҙә булдым. Уға шылтыратып, башҡорт телендә: «Әсәй, мин бәләгә тарыным», - тигәндәр. Минең кешене туҡмауым тураһында хәбәр итеп, һәм 300 мең һум аҡса таптыралар. Ишембайҙа төндә ул өйҙән 150 мең һум аҡса алып, банкомат эҙләргә киткән. Табып, купюралар ебәрә башлай. Уны һаҡсы туҡтата.

Башҡортостан Башлығы журналистарға мутлашыу темаһын йышыраҡ яҡтыртыуҙы һорап мөрәжәғәт итте, шулай уҡ телефон менән нисек эш итергә кәрәклеген аңлатты.

Сығанаҡ: https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-11-29/mutlashyusylar-bash-ortostan-bashly-yny-s-en-alda-an-3545085 

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: