"Уҙған 2 ял көнөндә республика йылғаларында һәм һыу ятҡылыҡтарында һыу инеү ваҡытында 9 кеше батып үлгән. Шул рәүешле, йыл башынан, оператив мәғлүмәттәр буйынса, һыу ҡорбандары 84-кә еткән. Һыуҙа 7 бала һәләк булған. Улар - Архангел, Белорет, Благовещен, Дүртөйлө, Йәрмәкәй һәм Стәрлетамаҡ райондарынан, шулай уҡ Өфөнән. Быйылғы миҙгелдә йышыраҡ Ағиҙел, Ҡариҙел һәм Дим йылғаларында, шулай уҡ күлдәрҙә һәм быуаларҙа һыуға баталар", - тине Фәрит Ғүмәров.
Республика йылғаларында һәм һыу ятҡылыҡтарында һәләк булыу статистикаһынан күренеүенсә:
1) һыуҙа бәхетһеҙ осраҡтарҙың күбеһе - көндөҙгө сәғәт 4-тән киске 9-ға тиклем;
2) һыу инер алдынан һыуға батҡандарҙың 80 проценттан ашыуы алкоголь ҡулланғандар;
3) һәләк булғандарҙың 100 проценты бының өсөн йыһазландырылмаған урындарҙа һыу ингән;
4) Һәр икенсе һәләк булғандың бәлиғ булмаған балалары ҡалған.
"Фажиғәгә тарымаҫ өсөн таныш булмаған һәм рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инеүҙән тыйылырға саҡырам. Унда көслө һыу аҫты ағымдары, һыу өйөрмәләре, ағас тамырҙары, тәрән урындар, һалҡын сығанаҡтар булыуы мөмкин. Билдәһеҙ һыу рельефы булған урындарға төшмәгеҙ: ташҡа йәки осло әйберҙәргә бәрелергә мөмкин. Алкоголь ҡулланғандан һуң йәки яңғыҙ ғына һыу инмәгеҙ, ярҙан алыҫҡа китмәгеҙ, йылғаны йәки һыу ятҡылығын йөҙөп сығырға тырышмағыҙ, көсөгөҙҙө һәм мөмкинлектәрегеҙҙе артыҡ баһаламағыҙ. Һыу инеү өсөн махсус йыһазландырылған пляждарҙы ғына һайлағыҙ!" - тип мөрәжәғәт итте Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе.
Фәрит Ғүмәров хәбәр итеүенсә, һыуҙа балаларҙың бәләгә тарыуының 20 проценты - һыу ингәндә балалары янында булған ата-әсәләрҙең ҡарамауы, 80 проценты - балаларҙың өлкәндәрһеҙ һыу ятҡылыҡтарына барыуы. Балаларҙы йылға-күлдәргә яңғыҙын ебәрмәгеҙ, шулай уҡ, һыу буйында ял иткәндә, ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Балалар сәбәләнмәй, ҡысҡырмай, шым һәм тиҙ генә бата. Балаларығыҙға өрөп тултырмалы матрастарҙа һәм түңәрәктәрҙә алыҫҡараҡ китергә рөхсәт итмәгеҙ. Иң мөһиме - балаларҙы йөҙөргә өйрәтегеҙ! Һыу объекттарында хәүефһеҙлек талаптарын үтәгеҙ! Яҡындарығыҙ һәм тирә-йүндәгеләрҙе уларҙы үтәргә саҡырығыҙ! Тик бергәләп кенә үҙеңде һәм балаларҙы һыуҙағы фажиғәнән һаҡлап ҡалырға мөмкин.