Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
31 Ғинуар 2023, 13:27

Янғын хәүефһеҙлеген инҡар итмәгеҙ!

Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров йыл башынан үлемесле янғындарҙың ҡырҡа артыуы менән бәйле республика халҡына ашығыс рәүештә мөрәжәғәт итте.

Янғын хәүефһеҙлеген инҡар итмәгеҙ!
Янғын хәүефһеҙлеген инҡар итмәгеҙ!

«Ғинуарҙа ғына янғында 36 кеше һәләк булды. Был былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда өс тапҡырға күберәк. Өфөлә, Стәрлебаш, Дүртөйлө, Ишембай һәм Ейәнсура райондарында теркәлгән 7 янғын осрағында 2-4 кешенең ҡорбан булыуы – оло фажиғә. 16 ғинуарҙа бер тәүлек эсендә 6 кеше утта һәләк булды», – тип хәбәр итте Фәрит Ғүмәров.

Республика ведомствоһы етәксеһе һүҙҙәренсә, үлемесле янғындарҙың төп сәпәбтәре: тәмәке тартҡанда ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу, электр ҡоролмаларын дөрөҫ ҡуймау һәм файҙаланмау, йылытыу мейесе менән дөрөҫ ҡулланмау. Тышта һыуыҡ булғас, күптәр тәмәкене өйҙә йәки соланда көйрәтә. Шуның арҡала ғына 13 кеше ғинуар янғындары ҡорбаны булған – был фажиғәнең яҡынса сәбәптәре. Тәмәкене һүндермәй ташларға, бүлмә эсендә тартырға ярамай.

Электр селтәрҙәренә көсөргәнеш төшөрөү, ҡулдан яһалған йәки төҙөк булмаған электр йылытҡыстарын ҡуйыу ҙа хәүефле. Ғинуарҙа боҙоҡ электр ҡоролмаһы арҡаһында 15 кеше янып үлгән. Янып торған мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Дөрөҫ һалынмаған һәм дөрөҫ ҡулланылмаған йылытыу мейесе арҡаһында сыҡҡан янғында ғинуарҙа 6 кеше һәләк булған.

Иҫерек кешене, балаларҙы яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа кәңәш ителә. Шулай уҡ янғынды үҙең һүндереп маташырға ла кәрәкмәй. Балаларға янғын сыҡҡанда нисек дөрөҫ эш итеү ҡағиҙәһен өйрәтеү мөһим. Был бик күп фажиғәләргә юл ҡуймаҫ ине.

«Торлаҡта янғын иҫкәрткес ҡорамалдың булыуы ла – һөҙөмтәле сара. Бындай минисиреналар ярҙамында республикала 934 кешенең, уларҙың 341-е – балалар, ғүмере ҡотҡарылды. Мәҫәлән, 10 ғинуарҙа иртән Нуриман районында янғын иҫкәртеү ҡорамалының тауышына уянып, 5 кеше, шул иҫәптән 3 бала, ут сыҡҡан өйҙән сығып өлгөрә», – тип ыңғай миҫал килтерҙе республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.

Ул Башҡортостан халҡын янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен инҡар итмәҫкә саҡырҙы. Бәлә-ҡазалар беҙҙе урап үтһен!   

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: