-5 °С
Болотло
Байрам көндәрендә синоптиктар Башҡортостанда -13 градусҡаса һалҡын булыуын фаразлай. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн, 3 ноябрҙә, республикала бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -4, +1 градус.
Йома, 4 ноябрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы мөмкин. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -4, -9, аяҙытҡанда -13-кә тиклем, көндөҙ -4, +1 градус.
Шәмбе, 5 ноябрҙә, шулай уҡ бер аҙ ҡар яуыуы, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -3, -8, аяҙытҡанда -13-кә тиклем, көндөҙ -4, +1 градус.