Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
3 Апрель 2021, 09:05

Яҙғы боҙ хәүефле

Яҙ етеүен түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Яҙ үҙе менән хәүеф тә килтерә. Йылға-күлдәрҙә һыу күтәрелә. Ташҡында һәм боҙ киткәндә ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк.

Яҙ етеүен түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Яҙ үҙе менән хәүеф тә килтерә. Йылға-күлдәрҙә һыу күтәрелә. Ташҡында һәм боҙ киткәндә ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк.
Ташҡын башланғансы нимә эшләргә кәрәк?
* Ҡиммәтле һәм ҙур әйберҙәрҙе хәүефһеҙ урынға йәки өй башына мендерергә.
* Һыу, газ, электр утын, мейестәге утты һүндерергә.
* Мөгәрәптән бөтә аҙыҡ-түлекте сығарырға.
* Һыу алып китмәһен өсөн йорттағы бар кәрәкле нәмәне хәүефһеҙ урынға сығарырға.
* Кәмә, һалды әҙерләп ҡуйырға.
* Тәҙрә, ишектәрҙе бикләп, кәрәккәндә таҡта, фанера менән көпләргә.
*Әҙерлектә тоторға кәрәк:
- сумкала (рюкзакта) көндәлектә иң кәрәкле предметтар, ҡиммәтле әйберҙәр менән документтар;
- аҙыҡ-түлек запасы, йылы әйберҙәр, гигиеник предметтары;
- аптечка, шәмдәр, фонарь;
- өй башына менеү өсөн баҫҡыс.
Бигерәк тә яҙғы ташҡын балалар өсөн хәүеф менән янай. Ҡарауһыҙ ҡалып, яр буйында уйнайҙар, боҙҙан боҙға һикерәләр, кемдер хатта балыҡ ҡармаҡларға ла маташа. Бындай үҙ белдек эштәр бәлә-ҡаза менән тамамланыуы бар.
Яҙғы ташҡында
хәүефһеҙлек саралары
Яҙғы ташҡын һыу буйында йәшәүселәр өсөн бигерәк тә ҡурҡыныс. Улар ҡышын боҙҙан йөрөп, уның ҙур хәүеф булыуы хаҡында онотоп ебәрәләр. Йылға-күл аша йөрөү яҙын хәүефле. Боҙ киткәндә беҙҙең халыҡ уны ҡарап торорға ярата. Ҡарарға барған хәлдә лә, ярға яҡынламағыҙ. Яр емерелеүе мөмкин.
Әгәр боҙ аҫтына китһәгеҙ, ни эшләргә?
Иң мөһиме – паникаға бирелмәгеҙ, тиҙ һәм етеҙ эш итегеҙ.
* башкөллө һыуға сумырға кәрәкмәй;
* ярҙам саҡырығыҙ;
* мөмкин булғанса кейемегеҙҙе сисегеҙ;
* ҡайһы яҡтан төшөп китһәгеҙ, шул яҡтан сығырға тырышығыҙ:
- кинәт хәрәкәт итмәй, боҙ өҫтөнә шыуышып менергә тырышығыҙ;
- 3-4 метр үҙ эҙегеҙҙән шыуышып килегеҙ;
- ял итмәй, яҡын тирәләге торлаҡҡа йүгерегеҙ.
Әгәр һыу ятҡылығы эргәһендә күңелһеҙ хәл шаһиты булһағыҙ:
* юғалып ҡалмағыҙ, ә ярҙам саҡырығыҙ;
* күңелһеҙ хәлгә тарығын кеше эргәһенә шыуышып барығыҙ, әгәр мөмкин булһа, таҡта һалығыҙ, йә фанера йәки саңғы;
* батҡан кешегә таяҡ, бау йәки башҡа ҡул аҫтында булған нимә бирегеҙ;
Һыуҙан сығарғас, йылыға алып барығыҙ, мөмкинлегегеҙ булғанса тәүге ярҙам күрһәтегеҙ.
Яҙғы ташҡын һәм боҙ киткәндә тыйыла:
* һыу ятҡылыҡтары буйына сығырға;
* боҙ киткәндә йылға аша сығырға;
* боҙ тығылған ергә яҡын барырға;
* ярҙа торорға;
* күпер, плотина тирәһендә йыйылырға;
* йылға һәм башҡа һыу ятҡылығы тәрәнлеген үлсәргә;
*боҙ өҫтөндә йөрөргә.
Иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ! Яҙын боҙ хәүефле! Һәр кем ҡотҡарыу хеҙмәттәре телефонын хәтерләргә тейеш: “01”, "101", "112".
Читайте нас: