Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
17 Март 2020, 17:57

Хөкүмәт стопкоронавирус.рф сайтын асты

Илдә стопкоронавирус.рф сайты эшләй башланы. Интернет-порталда илдә һәм донъяла коронавирус инфекцияһы менән бәйле хәл тураһында көнүҙәк мәғлүмәт бирелә. Шулай уҡ граждандар өсөн махсус ҡыҙыу бәйләнеш асыла, тип хәбәр итте РИА Новости.

Уның номеры — 8 800 2000 112, тине Рәсәй Федерацияһы вице-премьеры Дмитрий Чернышенко хөкүмәт ҡарамағындағы илдә коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса координация советының беренсе ултырышында.
Әлеге ваҡытта «Росмолодежь» һәм Ирекмәндәр үҙәктәре ассоциацияһы менән берлектә карантинда булғандарға, шулай уҡ өлкән йәштәгеләргә Бөтә Рәсәй ярҙам акцияһы әҙерләнә, тип өҫтәне Чернышенко.
Вице-премьер Татьяна Голикова һүҙҙәренсә, хөкүмәт үҙ теләге буйынса ярҙам итеүсе ойошмалар менән улар мөмкинлектәре сиклеләргә ярҙам итһен өсөн әүҙем эш алып бара.