Башҡортостан гидрометеорология үҙәге начальнигы Вилора Горохольская белдереүенсә, үткән ҡыш республикала аномаль йылы булды. 1937 йылдан алып барылған күҙәтеүгә ярашлы, быйылғыһы 7,2 градусҡа йылыраҡ ине. Шуға күрә йылғаларҙа боҙ ҡалынлығы ла элекке йылдар менән сағыштырғанда 10-дан 35 сантиметрға тиклем йоҡараҡ.
Быйыл, күҙаллауҙар буйынса, йылғалар ғәҙәттәгенән 8-13 көнгә иртәрәк асыласаҡ. Яҙғы ташҡын күләме норманан 30-ҙан 160 сантиметрға тиклем көтөлә.
Республика, күҙаллауҙарға ҡарамай, ташҡынға ныҡлы әҙерләнә.
– Был бит стихия. Күҙаллауҙар төрлөсә булһа ла, уға ныҡлы әҙерләнергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Республика бюджетынан ташҡынға ҡаршы саралар өсөн 6,63 миллион һум аҡса бүленгән. Гидротехник ҡоролмаларҙы эксплуатациялау буйынса идаралыҡ хужаһыҙ гидротехник ҡоролманы әҙерләү өсөн 500 мең һум аҡса бүлгән. Шулай уҡ башҡа яуаплы ведомстволар ҙа ташҡынға әҙер.