Тотороҡһоҙ һауа торошо арҡаһында автомобиль юлдарында бөгөн тығындар барлыҡҡа килде. Юл-транспорт ваҡиғалары ла теркәлде.
Шаһиттар беҙгә ваҡиға урындарынан фотолар ебәрҙе.
Республикала, бигерәк тә беҙҙең төньяҡ-көнсығыш төбәктә көнө буйы яуған ҡар Һамар – Өфө – Силәбе М 5 трассаһында һәм Кропачево – Мәсәғүт юлында водителдәргә ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Бер нисә урында машиналар бәрелешкән, фуралар, юлға арҡыры ултырып, хәрәкәтте тотҡарлай.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре бындай һауа торошо шарттарында водителдәргә юлға сыҡмаҫҡа кәңәш бирә. Ә юлдағыларға уяу булырға, тиҙлекте һаҡлап, юл ҡағиҙәләрен инҡар итмәҫкә кәрәк.