Һауа торошо йыш үҙгәреү сәбәпле, биналарҙың ҡыйыҡ баштарынан ҡар, боҙбармаҡтар төшөүе ихтимал.
Үҙегеҙ ҙә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ҡулланығыҙ, күңелһеҙ ваҡиғаға осрарға тура килмәҫ: китеп барғанда өҫтә ниндәйҙер тауыш ишетһәгеҙ, туҡтап, ни булғанлығын асыҡларға тырышмағыҙ, юғарыға ҡарамағыҙ. Йүгерергә лә кәрәкмәй, ә тиҙ генә йорт стенаһына һыйыныу хәйерлерәк. Автомобилдәрегеҙҙе йорт эргәһенә яҡын ҡуймағыҙ.
Имгәнеүҙән һаҡланыуҙың ҡайһы бер ҡағиҙәләре:
- Ҡар ишелеү ҡурҡынысы булған биналарҙың ҡыйыҡ аҫтынан йөрөмәгеҙ, балаларға ла унан йөрөүҙе тыйығыҙ;
- Ҡыйығынан ҡар аҫылынып торған биналар эргәһендә тормағыҙ;
- “Хәүефле урын”, “Ҡар ишелеү ҡурҡынысы янай”, “Бынан йөрөү тыйыла” тип киҫәткән билдәләр ҡуйылған биләмәләрҙе урап үтегеҙ.