Ҡар яуып, юлдарға көрт һалған, боҙлауыҡ та хәүеф тыуҙыра. Республика һәм федераль автоюлдарҙың иң хәүефле участкаларында ярҙам итер өсөн юл-патруль хеҙмәте экипаждары дежур итә, тип хәбәр итә Динар Ғилметдинов. Водителдәргә ҡурҡыныс маневрҙар яһамаҫҡа, тиҙлек режимын, дистанцияны күҙәтергә кәңәш ителә.