Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
29 Ғинуар 2020, 14:53

Мөрсәлим һәм Нәсибаш мәктәптәре карантинға ябылған.

Салауат районында киҫкен респиратор инфекциялары менән сирләүселәрҙең артыуы теркәлгән. Был хаҡта Малаяҙ үҙәк дауаханаһы хәбәр итә. Бигерәк тә 7-нән алып 14 йәш арауығындағы балаларҙың күпләп сирләүе билдәле. Мөрсәлим һәм Нәсибаш мәктәптәре карантинға ябылған.Сирҙең тәүге билдәләрен асыҡлау менән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.Ауырыуҙы иҫкәртеү маҡсатында кеше күп урындарға барыуҙы сикләргә, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәргә, шул иҫәптән ҡулды һабынлап йыуырға кәңәш ителә.

Салауат районында киҫкен респиратор инфекциялары менән сирләүселәрҙең артыуы теркәлгән. Был хаҡта Малаяҙ үҙәк дауаханаһы хәбәр итә. Бигерәк тә 7-нән алып 14 йәш арауығындағы балаларҙың күпләп сирләүе билдәле. Мөрсәлим һәм Нәсибаш мәктәптәре карантинға ябылған.
Сирҙең тәүге билдәләрен асыҡлау менән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Ауырыуҙы иҫкәртеү маҡсатында кеше күп урындарға барыуҙы сикләргә, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәргә, шул иҫәптән ҡулды һабынлап йыуырға кәңәш ителә.
Читайте нас: