Декабрҙә Ҡытайҙа коронавирустың билдәһеҙ тибы барлыҡҡа килтергән пневмония таралған. 22 ғинуарға ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, яңы ауырыуҙан 17 кеше вафат булған, 500-ҙән ашыуы дауаханала.
Шулай уҡ Таиландта, Японияла, Көньяҡ Кореяла, АҠШ-та һәм Рәсәйҙә зарарланыу осраҡтары асыҡланған. Санкт-Петербургта Шанхайҙан ҡайтҡан егетте Боткин исемендәге дауаханаға алып киткәндәр.
Рәсәй һәм АҠШ вакцина әҙерләүгә тотонған. Ҡытай властары яңы вирус тарала башлаған Ухань ҡалаһынан сығыу юлын япҡан. Өфө аэропорты бөтә халыҡ-ара рейстарҙа, айырыуса Ҡытайҙан килгәндәрендә көсәйтелгән контроль индергән. Роспотребнадзор белгестәре бөтә пассажирҙарҙы тикшерә һәм температураһын үлсәй.
Сығанаҡ: "Башинформ"