Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
23 Декабрь 2019, 15:07

Пиротехника менән һаҡ булығыҙ!

Яңы йыл менән бәйле тантаналар һәм байрамдар, ғәҙәттә салют, фейерверк, петарда, ракета, хлопушка, фонтан һәм башҡа пиротехник изделиеларһыҙ үтмәй.Пиротехника менән ҡулланыуҙың төп 10 ҡағиҙәһен иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.

Яңы йыл менән бәйле тантаналар һәм байрамдар, ғәҙәттә салют, фейерверк, петарда, ракета, хлопушка, фонтан һәм башҡа пиротехник изделиеларһыҙ үтмәй.
Беҙҙең илдә пиротехник изделиеларҙың 5 класс төрө билдәләнгән. 1-се, 2-се, 3-сө төр изделиеларҙы ирекле һатырға рөхсәт ителә. 4-се һәм 5-се төрҙәр профессионал пиротехникаға ҡарай һәм уларҙы махсус лицензия менән генә алырға була.
Рәсәйҙә Яңы йыл байрамдары осоронда янғындарҙа 100-гә яҡын кеше вафат була. Мәҫәлән, былтыр беҙҙең районда ғына байрам көндәрендә торлаҡ секторҙа 3 янғын сыҡты.
Пиротехника менән ҡулланыуҙың төп 10 ҡағиҙәһе.
ЯРАМАЙ:
- торлаҡ йорттарға һәм тиҙ генә янып китә торған предметтарға, ағаслыҡтарға 30 метрға яҡын ерҙә салют атырға;
- пиротехниканы кеҫәлә йөрөтөргә;
- фитилде тоҡандырғанда биткә яҡын килтерергә һәм янып торған фейервекка яҡын килергә;
- көслө ел булғанда уны тоҡандырырға;
- ракета һәм фейервекттарҙы кешеләргә төбәп һәм автомобиль эргәһендә тоҡандырырға;
- петардаларҙы аяҡ аҫтына бәрергә;
- пиротехниканы тоҡандырғанда тәмәке тартырға.
Пиротехника менән ҡулланыр алдынан уның инструкцияһын иғтибар менән уҡып сығығыҙ һәм унда күрһәтелгән бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Изделиеның ҡулланыу ваҡытын да ҡарағыҙ.
Яңы йыл ваҡытында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен тоторға онотмағыҙ:
- өйҙә бенгаль уттарын һәм шартлаусы хлопушкаларҙы ҡулланырға рөхсәт ителмәй;
- электр гирляндалары заводта етештерелгән һәм төҙөк булырға тейеш, ә электр селтәрен заводта етештерелгән һаҡлағыс (предохранитель) менән йыһазландырығыҙ;
- шыршыға шәм ҡуймағыҙ һәм уны еңел янып китә торған материалдарҙан эшләнгән уйынсыҡтар менән биҙәмәгеҙ;
- балаларға пиротехника менән уйнарға һәм гирляндаларҙы тоҡандырырға, марля һәм мамыҡтан тегелгән костюмдарҙа шыршы эргәһендә уйнарға рөхсәт итмәгеҙ;
- өйҙән сыҡҡанда электр приборҙарын һүндерергә онотмағыҙ.
Өйҙә ҡуйылған шыршының энәләрен ваҡытында йыйыштырып тороғоҙ, сөнки кипкән шыршы энәләре көкөрт кеүек, бер ут сатҡыһынан да гөлтләп янып китеүе ихтимал. Шыршыны электр приборҙарынан алыҫҡараҡ урынлаштырығыҙ, унда шәм һәм пиротехник изделиелар ҡуйырға ярамай.
Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү һеҙҙе һәм йортоғоҙҙо янғындан һаҡлар!
Читайте нас: