Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
19 Декабрь 2019, 06:41

Ауыл именлеге өсөн янғын цистернаһы

Таймый ауылы биләмәһенә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығынан янғын һүндереү өсөн тағылмалы цистерна бирелде. Был махсус ҡоролманы Таймыйға Өфөнән алып ҡайттылар.– Цистерна шуныһы менән уңайлы: янғын сыға ҡалһа, уны тракторы булған һәр кем тағып сыға ала. Янғын һүндереү ҡорамалдары менән ул тулыһынса йыһазландырылған, кәрәкле бөтә нәмәһе бар, – ти Таймый ауылы биләмәһе башлығы Ильяс Минһажев.Көтөлмәгән хәлгә һәр ваҡыт әҙер тороу мөһим. Бигерәк тә был район үҙәгенән алыҫ ауылдарҙа көнүҙәк. Ә янғын кеүек бәлә-ҡазалар беҙҙе урап үтһен.

Таймый ауылы биләмәһенә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығынан янғын һүндереү өсөн тағылмалы цистерна бирелде.

Был махсус ҡоролманы Таймыйға Өфөнән алып ҡайттылар.
– Цистерна шуныһы менән уңайлы: янғын сыға ҡалһа, уны тракторы булған һәр кем тағып сыға ала. Янғын һүндереү ҡорамалдары менән ул тулыһынса йыһазландырылған, кәрәкле бөтә нәмәһе бар, – ти Таймый ауылы биләмәһе башлығы Ильяс Минһажев.

Көтөлмәгән хәлгә һәр ваҡыт әҙер тороу мөһим. Бигерәк тә был район үҙәгенән алыҫ ауылдарҙа көнүҙәк. Ә янғын кеүек бәлә-ҡазалар беҙҙе урап үтһен.
Читайте нас: