Тышта – 42 градус һыуыҡ булғанда, быйма артынан әллә ҡайҙа барырһың әле. Якутияла йәшәгән бер ир быймаларын вентиляция шахтаһына төшөрөп ебәргән. Һуңынан ир уларҙы алырға тырышып, үҙе шунда төшөп киткән. Ярай әле ир башы менән йомшаҡ быймаларға ҡолаған. Улар булмаһа, 30 метр бейеклектән осоп төшкән ир һәләк булыр ине. Күршеләр ҡотҡарыусыларға хәбәр итеп, улар ирҙе иҫән-һау алып сыҡҡан.