Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
6 Декабрь 2019, 12:45

БҮРЕЛӘРГӘ ОСРАҒАН

БҮРЕЛӘРГӘ ОСРАҒАНСалауат районында йәшәүсе бер ир балыҡ ҡармаҡлап, ял итер урынына, бүреләргә тап булған.

Ул Иҙрис ауылы эргәһендә Йүрүҙәнгә балыҡ ҡармаҡларға төшкән.

- Балыҡҡа әүрәп, көн кискә ауышҡанын һиҙмәй ҙә ҡалдым, ҡараңғы төшә башланы. Ҡапыл урман яғынан ҡыштырлаған тауышҡа ҡарап ебәрһәм, ағас араһында бер эткә оҡшаған хайуанды күреп ҡалдым. Иң тәүҙә уны эт, тип уйланым. Һуңынан унан йыраҡ түгел тағы ике хайуанды күрҙем. Шунда аңланым – улар эт түгел, ә бүре икәнлеген. Нисек машинаға йүгереп барып еткәнемде лә хәтерләмәйем. Бәхеткә күрә, улар минең артымдан йүгермәне, - тип һөйләне “Йүрүҙән” гәзитенә балыҡсы.
Был хәлде һунарсылар ҙа белә. Һунарсылар әйтеүенсә, быйыл бүреләр күбәйгән. Иҙрис ауылы эргәһендә йөрөгән бүреләрҙең эҙҙәрен улар ҙа күргән.

-------------------------------------


НЕОЖИДАННАЯ ВСТРЕЧА

Житель Салаватского района хотел порыбачить, а вместо этого наткнулся на стаю волков


- Я рыбачил возле д. Идрисово, - рассказывает мужчина. - Так увлекся рыбалкой, что не заметил, как начало смеркаться. Вдруг позади себя я услышал треск. Обернулся и увидел в лесу животное, похожее на собаку. Пригляделся, недалеко от него были еще две. И тут я понял, что это – волки. Не помню как добрался до машины, очень сильно испугался. Мне повезло, что они не погнались за мной.

Напомним, это уже не первый случай за текущую зиму, когда хищники выходят из леса к людям в Салаватском районе. Ранее волков видели вблизи д. Ишимбаево.
Читайте нас: