Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
3 Декабрь 2019, 10:40

Өс малай боҙ аҫтына китеп, һәләк булған

Өс малай боҙ аҫтына китеп, һәләк булғанЙоҡа боҙ ватылыуы арҡаһында йыл һайын кеше ғүмере өҙөлә. Әле лә боҙ өҫтөндә йөрөү үтә хәүефле. Кисә Брянск өлкәһендә үлем менән тамамланған хәл теркәлде. 11-13 йәштәге өс малай боҙҙан туры сығырға уйлаған. Әммә боҙ ватылып китеп, улар өсөһө лә боҙ аҫтына киткән. Балаларҙы ҡотҡара алмағандар. Шуға ла балаларға ҡышҡы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен даими аңлатырға кәрәк. Улар түбәндә бирелгән: - әлеге ваҡытта һыу ятҡылыҡтарында боҙ йоҡа, уға төшмәҫкә кәрәк; - боҙҙоң ҡалынлығын белер өсөн тибергә ярамай; - боҙҙа һикереү тыйыла.

Өс малай боҙ аҫтына китеп, һәләк булған
Йоҡа боҙ ватылыуы арҡаһында йыл һайын кеше ғүмере өҙөлә. Әле лә боҙ өҫтөндә йөрөү үтә хәүефле. Кисә Брянск өлкәһендә үлем менән тамамланған хәл теркәлде.
11-13 йәштәге өс малай боҙҙан туры сығырға уйлаған. Әммә боҙ ватылып китеп, улар өсөһө лә боҙ аҫтына киткән. Балаларҙы ҡотҡара алмағандар. Шуға ла балаларға ҡышҡы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен даими аңлатырға кәрәк. Улар түбәндә бирелгән:
- әлеге ваҡытта һыу ятҡылыҡтарында боҙ йоҡа, уға төшмәҫкә кәрәк;
- боҙҙоң ҡалынлығын белер өсөн тибергә ярамай;
- боҙҙа һикереү тыйыла.
Читайте нас: