Мутлашыусылар йоҡламай, тиҙәр. Ысынлап та улар көн һайын тиерлек алдатыуҙың, кешеләрҙең аҡсаһын талауҙың яңы ысулдарын уйлап таба.
Банкоматта берәйһе картаһын “онотоп” ҡалдырһа, уны ала күрмәгеҙ, бәләгә юлығыуығыҙ бар. Баҡтиһәң, мутлашыусылар картаны үҙҙәре банкоматта онотоп ҡалдыра ла, уны алған кешенән һуңынан аҡса таптыра икән. Йәнәһе, унда минең аҡсам бар ине, һеҙ уны мин киткән арала алып та өлгөргәнһегеҙ. Мутлашыусы картаһын алып биргән кешегә янай башлай, полиция саҡыртырға теләй, шаһиттары баш һелкеп тора. Кеше полиция менән бәйләнмәҫ өсөн йыш ҡына аҡсаһын тоттороп китә икән. Шуға күрә, һаҡ булығыҙ, кеше картаһына теймәгеҙ!