Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
19 Ноябрь 2019, 18:24

Эт тәкәне тамаҡлаған

Һуңғы арала берәҙәк эттәргә бәйле булған хәл-ваҡиғалар йыш ишетелә. Ас хайуандар аҙыҡ эҙләп халыҡтың йорттарына ла барып сыға.

Һуңғы арала берәҙәк эттәргә бәйле булған хәл-ваҡиғалар йыш ишетелә. Ас хайуандар аҙыҡ эҙләп халыҡтың йорттарына ла барып сыға. Шул көндәрҙә бер эт тәкәне тамаҡлаған.
Был хәл Ҡалмаҡтар ауылында булған. Ваҡиға урынына барған полиция хеҙмәткәре эт һөжүм иткән ваҡытта тәкә йорт эргәһендә йөрөгәнен асыҡлаған. Хужабикә тауыҡтарын ашатырға сыҡһа, эттең тәкәне йыҡҡанын күргән. Был ваҡытта эттең эргәһендә уның көсөктәре лә йүгереп йөрөгән. Ҡатын хайуанды һәнәк менән ҡыуып ебәргән, әммә был ваҡытҡа тәкә йән биргән булған. Ауыл халҡы әйтеүенсә, эттең хужаһы юҡ, ул күптәнән урамда йәшәгән. Полиция хеҙмәткәрҙәре был хәл буйынса берәҙек эттәрҙе тотоу хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткән.

----------------------------------

В последнее время очень много жалоб от населения района по поводу бродячих агрессивных собак. Есть среди гуляющих псов и те, у кого есть хозяева.Бегают хищные животные по улицам, заглядывают в соседские домовладения. На днях жертвой бездомной собаки стал баран…
Все это произошло в д. Калмакларово. Выехав на место происшествия, участковый установил, что животные паслись у дома, когда собака напала на скот. Хозяйка барана попыталась отбить животное, вооружившись вилой, но было поздно – собака насмерть загрызла его. Рядом с собакой были и ее щенята.

Собака, которая напала на животное, ранее наблюдалась на этой территории. Как сообщили местные жители она бездомная. Сотрудники полиции обратились в службу по отлову бродячих животных.
Читайте нас: