Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
13 Ноябрь 2019, 13:30

Ҡаш төҙәтәм тип, күҙ сығармағыҙ

Салауат районында бер ҡыҙ өйөндә ҡабул иткән мастерға барып, керпек “үҫтергән”.- Процедура мәлендә үк күҙем ҡысытты, күҙҙән йәш аҡты. Өйгә ҡайтһам, керпектәр бер-береһенә, күҙ ҡабағына йәбешкәнен күрҙем...

Салауат районында бер ҡыҙ өйөндә ҡабул иткән мастерға барып, керпек “үҫтергән”.
- Процедура мәлендә үк күҙем ҡысытты, күҙҙән йәш аҡты. Өйгә ҡайтһам, керпектәр бер-береһенә, күҙ ҡабағына йәбешкәнен күрҙем. Был хаҡта мин мастерға еткерҙем,- тип хәбәр итте социаль селтәрҙә бер ҡыҙ.
Мастер тәүҙә ҡыҙҙың аҡсаһын кире бирергә ризалашһа, һуңынан бөтөнләй бәйләнешкә сыҡмай башлай.
Ҡыҙҙар, уяу булығыҙ! Билдәһеҙ, шикле оҫталарға йөрөмәгеҙ, ҡаш төҙәтәм тип, күҙ сығармағыҙ.
Читайте нас: