Ете, биш һәм өс йәшлек балалар, өлкәндәрҙең күҙ уңынан ысҡынып, Байгилде ауылындағы Кесе күл өҫтөнә уйнарға бара. Уларҙың хәүефле урында уйнап йөрөгәнен күршеләре һуң күреп ҡала. Әле ныҡлап туңып өлгөрмәгән боҙ ватылып, өс бала ла һыуға бата. Өс һәм биш йәшлек ике баланы аталары ҡотҡарып, уларҙы дауаханаға оҙаталар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ете йәшлек малай батып үлә.
Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был күңелһеҙ ваҡиға буйынса тәфтиш органдары тикшереү уҙғара, малайҙың ата-әсәләренә психологтар ярҙам күрһәтә.