Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
15 Октябрь 2019, 09:50

Утыҙҙан ашыу яңғыҙ ҡатындарҙы быуып үлтергән

Утыҙҙан ашыу яңғыҙ ҡатындарҙы быуып үлтергәнЕнәйәтсене полиция хеҙмәткәрҙәре эҙләй

Волга буйы федераль округының Тәфтиш комитеты оло йәштәге ҡатындарҙы быуып үлтереп йөрөүсе енәйәтсене эҙләй.


Ул 30 ҡатындың ғүмерен өҙгән. Үлтереүсе 75-90 йәштәрҙә яңғыҙ йәшәүсе ҡатындарҙы ҡараштырып йөрөп, социаль хеҙмәттәр, ЖЭУ хеҙмәткәре тип үҙен танытып, уларҙың фатирҙарына ингән. Ир 20-35 йәштәрҙә. Буйы – 175 см тирәһе. Ябыҡ кәүҙәле . Тулы булмаған ғаиләлә үҫкән.

Енәйәтсенең ҡайҙалығын әйтеүселәргә полиция 3 млн. һум аҡса вәғәҙә итә.

Һаҡ булығыҙ: үҙҙәрен теге йәки был кеше тип таныштырыусыларҙы өйөгөҙгә индермәгеҙ. Уларҙың таныҡлығын һорағыҙ!

----------
Ищут маньяка, который задушил более 30 одиноких женщин


На территории Приволжского федерального округа, в том числе и в Казани, совершено свыше 30 убийств. На территории Приволжского федерального округа, совершено свыше 30 убийств одиноких женщин преклонного возраста. Преступник представлялся сотрудником ТСЖ или социальных служб. Он проходил в квартиру, где душил жертв и похищал деньги. На вид преступнику 20-30 лет, рост 170-175 сантиметров. Был одет в темную короткую куртку с капюшоном, черные брюки и спортивную обувь. За помощь в поиске злоумышленника объявлено вознаграждение - один миллион рублей. Обращаться по телефону 02.
Читайте нас: