Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
13 Октябрь 2019, 20:26

Һаҡ булығыҙ, юлда – малдар!

ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ, ЮЛДА – МАЛДАР!Әбйәлил районында "Мицубиси АSX" автомобиле бер өйөр йылҡыны бәрҙергән.

Был хәл кисә теркәлде. Әбйәлил районында "Мицубиси АSX" автомобиле бер өйөр йылҡыны бәрҙергән.


- Ҡапыл алдыбыҙға аттар килеп сыҡты, - тип белдергән водитель. - Урап үтергә йәки туҡтарға өлгөрә алманыҡ. Фарҙарҙың яҡын яҡтыһында һәм хәрәкәт көслө урында юлға һикергән малды күреүе бик ауыр.


Һөҙөмтәлә көслө бәрелеүҙән өс ат йән биргән, машина ҡырылған. Бәхеткә күрә, водитель һәм пассажир тере ҡалған.

Салауат районында ла йыш ҡына юлдарҙа малдар йөрөй. Шуға ла юлда иғтибарлы булығыҙ !

---------

В Абзелиловском районе автомобиль врезался в табун лошадей


От удара разворотило переднюю часть кузова, а внезапно оказавшиеся на дороге животные погибли.


«Мы пропустили пару встречных автомобилей, и перед нами вдруг возник табун лошадей, каких-либо действий по уходу от столкновения с животными я предпринять не успел, случилось неизбежное столкновение, — рассказал водитель. — Это все произошло внезапно, буквально в какую-то секунду. Увидеть ночью скот на дороге при интенсивном движении и на ближнем свете нереально».


Водитель и пассажир чудом остались живыми, отделались лишь царапинами.
Читайте нас: