Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
9 Октябрь 2019, 20:43

Берәҙек эттәр хәүеф тыуҙыра

Малаяҙ ауылында йәшәгән иргә эттәр ташланған...

Был хәл Малаяҙ ауылының Коммунистик урамында теркәлгән. Ир иртән эшкә китеп барғанда уға ҡапыл ике ҙур эт ташланған. Бәхеткә күрә, ир уларҙы таяҡ менән ҡыуып ебәргән.

“Был урындан балалар мәктәпкә йөрөй. Эттәрҙең уларға ла ташланыуы ихтимал. Берәҙек эттәр хәүеф тыуҙыра. Был проблеманы хәл итеү өсөн берәй сара күрелһен ине”, - тип яҙа социаль селтәрҙәрҙә ир.

---------

В центре Малояза, на улице Коммунистической, на жителя набросились большие собаки, когда он шел на работу. По его словам, мимо места нападения дети ходят в школу. Он попросил срочно принять меры.
«Заметил, что недалеко от нашего дома по улице Коммунистическая прижились большие собаки. Сегодня я шел на работу. На меня бросились две большие. Я схватил палку и отпугнул их», - сообщил он в соц. сетях.
По его словам, через это место дети ходят в школу.


Читайте нас: