Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
23 Сентябрь 2019, 16:04

“Әсәйем үлде”...

“Әсәйем үлде”... Эштә булған Кәмиләгә туғандары шылтыратып, ҡайғы уртаҡлаша башлай...

Эштә булған Кәмиләгә туғандары шылтыратып, ҡайғы уртаҡлаша башлай. Әсәһе үлгәнен дә белмәй ултырған ҡыҙ йөрәгенә тотоноп, әсәһенә шылтырата. Баҡтиһәң, уның әсәһенә бер нәмә лә булмаған икән, ә мутлашыусылар уның “Бәйләнештә” социаль селтәрҙәге шәхси битен ҡулына төшөрөп, уның таныштарына : “Бөгөн иртән әсәйем үлеп ҡуйҙы. Инфаркт. Уны ерләргә аҡса юҡ. Зинһар, бурысҡа аҡса биреп тороғоҙ әле!” тигән хәбәрҙе тарата.

Дуҫ-иштәре ҡыҙға ышанһын өсөн уның фотоһын ҡайғылы фотоға алыштырған, һәм йән өҙөрлөк статустар яҙып ҡуйғандар.

Әлбиттә хәл асыҡланғансы, күптәр мутлашыусылар ҡармағына ҡабып, уларға аҡса ебәреп тә өлгөрә. Шуға күрә иғтибарлы булығыҙ. Берәйһенә аҡса ебәрер алдынан, был кеше ысынлап та һеҙҙең танышығыҙ булыуын асыҡлағыҙ.

---------------

У мошенников нет ничего святого. Теперь они давят на жалость жителей Салаватского района, выманивая деньги на похороны.

Они взламывают страницы в «ВКонтакте» и рассылают знакомым человека сообщения о якобы умершем родственнике. И, конечно, просят материальной помощи в организации похорон.

Утром ушла из жизни моя любимая мама.Инфаркт. Похороны пройдут в эту субботу. Есть возможность занять денег на похороны? — говорится в сообщении мошенников.

Позже оказывается, что страница была взломана, но возможно, кто-то уже успел перевести денег, не убедившись в правдивости сообщения.

Будьте внимательны! Прежде чем кому-то, что-то отсылать, убедитесь действительно ли вам пишет ваш знакомый.
Читайте нас: