Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
17 Сентябрь 2019, 12:51

Аҙашҡан ир табылды

Һуңғы арала район урмандарында аҙашыу осраҡтары йышайҙы. Яңыраҡ Лаҡлы ауылында йәшәүсе 53 йәшлек ир күңелһеҙ хәлгә тарыны.

Һуңғы арала район урмандарында аҙашыу осраҡтары йышайҙы.

Яңыраҡ Лаҡлы ауылында йәшәүсе 53 йәшлек ир күңелһеҙ хәлгә тарыны. Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты хәбәр итеүенсә, ул урманға китә лә, аҙашып йортона кире әйләнеп ҡайта алмай. Был хәл 10 сентябрҙә теркәлде. Ирҙең туғандары Авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Юғалған ир төндө урманда үткәргән. Бәхеткә күрә, уны ҡотҡарыусылар иҫән-һау тапҡан.

----------

Госкомитет по чрезвычайным ситуациям РБ сообщил,что 53-летний житель села Лаклы Салаватского района ушел из дома 10 сентября. Мужчина отправился в лес, но назад так и не вернулся.

На следующий день родственники пропавшего сообщили об этом в полицию. Поиски продолжались несколько часов и увенчались успехом - сотрудники аварийно-спасательной службы и полиция нашли мужчину в лесу, где ему пришлось провести ночь.
Читайте нас: