Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
6 Сентябрь 2019, 14:14

Ағыулы бәшмәктән - бәлеш

Ағыулы бәшмәк менән яҡындарын, күршеләрен һыйлағанЕте кеше бәшмәктән ағыуланып, дауаханаға эләккән. Уларҙың хәлен табиптар үтә ауыр тип белдерә.

Был хәл күрше районда Дыуан ауылында теркәлгән. Мәғлүм булыуынса, 62 йәшлек ҡатын ейәнсәре менән бәшмәк йыйып, уларҙан бәлеш бешергән. Йомарт хужабикә бәлеште туғандарына ғына ашатмаған, ә күршеләрен дә һыйлаған. Бер ни тиклем ваҡыт үтеүгә бәшмәк ашаусыларҙың хәле насарайып, уларҙы тиҙ ярҙам дауаханаға килтергән. Уларҙың хәлен табиптар үтә ауыр тип белдерә.

Хөрмәтле төркөмдәштәр! Белмәгән бәшмәктәрҙе йыймағыҙ. Уларҙы йыйыу һәм эшкәртеү ҡағиҙәләрен инҡар итмәгеҙ.

------


Семь человек получили острое отравления грибами в с. Дуван. 4 сентября 62-летняя местная жительница приготовила пирог с грибами, которые до это они собрали вместе с 8-летней внучкой. На чай с пирогом пенсионерка пригласила и семью соседей.
Позже всем участникам ужина стало плохо. Всего госпитализировано семь человек: две женщины 62 лет и 81 года, двое мужчин 86 и 18 лет и трое детей 8, 9 и 11 лет.
Взрослых госпитализировали в реанимацию. Состояние большинства оценивается как тяжелое. Изначально положение двух девочек врачи расценили как среднее, однако в полночь их тоже перевели в реанимационное отделение.