Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
5 Сентябрь 2019, 16:43

Быуар йылан Салауат районында бармы?

Тирмән ауылында бесән эшләгән мәлдә быуар йыланды эләктергәндәр.

Социаль селтәрҙәрҙә, WhatsApp даирәләрендә йөрөгән шаҡ ҡатырғыс яңылыҡтарға ышаныр алдынан сығанаҡтарҙы тикшерегеҙ.

" WhatsApp" -та ошо һүрәт Салауат районында булған хәл кеүек таратыла. Йәнәһе Тирмән ауылында бесән эшләгән мәлдә ошо быуар йыланды эләктергәндәр. Ябай эҙләнеүҙәр күрһәтеүенсә, интернетта был фотоһүрәт күптәнән үк йөрөй, беҙҙең районға бер ҡыҫылышы ла юҡ. Ысынында иһә, был фото былтыр Көньяҡ Америкала төшөрөлгән булған.

------


Очередная страшилка прошла в социальных сетях и мессенджерах: якобы в Салаватском районе в д. Терменево змею случайно упаковали в тюк сена.
Фотография активно распространялась по мобильным телефонам. Жители района пересылали друг-другу фото в мессенджере WhatsApp . На самом деле новость оказалась фейком. Этот фотоснимок был сделан еще в прошлом году в Южной Америке на поле одного из фермеров.


Читайте нас: