Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
5 Сентябрь 2019, 15:17

Аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан

Салауат районында йәшәүсе ҡатын аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан...Был хәл нисек булған?

Районда мутлашыусыларҙың халыҡҡа шылтыратып, уларҙың аҡсаларын урлау осраҡтары йышайҙы. Яңыраҡ Лағыр ауылында йәшәүсе бер ҡатын мутлашыусыларға ышанып, 20 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Уға йәнәһе банктан шылтыратып, ҡатындың картаһында бонустар йыйылғанын һәм уларҙы аҡсаға алыштырып булғанын хәбәр иткәндәр. Тик бының өсөн ҡатын банк хеҙмәткәрҙәренә картаһының һандарын әйтергә тейеш булған. Мутлашыусылар кәрәкле һандарҙы ишетеү менән уның картаһында булған 20 мең һум аҡсаны урлаған.

-----

В районе участились случаи звонков от недобросовестных граждан, которые в разговоре представляются сотрудниками банков и воруют у них деньги.

Недавно жительница с. Лагерево, поверив телефонным мошенникам, лишилась 20 тысяч рублей. Ей позвонили якобы сотрудники банка и стали уверять, что у нее на карте накопились бонусы и их можно обменять на деньги. Для этого ей всего лишь нужно продиктовать две цифры карты. В результате с её счета были списаны все имеющиеся средства — 20 тысяч рублей.
Читайте нас: