Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
13 Август 2019, 20:04

Мөсәт ауылы эргәһендә ҡыҙ юғалған

Ҡатау-Тамаҡтан килеп, Йүрүҙән буйында ял иткән ете йәшлек ҡыҙ атаһы балыҡ тотҡан арала юғалған. Был хәл Мөсәт ауылының эргәһендә теркәлә.

Ҡатау-Тамаҡтан килеп, Йүрүҙән буйында ял иткән ете йәшлек ҡыҙ атаһы балыҡ тотҡан арала юғалған. Был хәл Мөсәт ауылының эргәһендә теркәлә.

Ир кеше балыҡ тотоу менән мәж килгән мәлдә ҡыҙсыҡ сәскә йыйып, атаһынан ситкә китә. Ир башта ҡыҙына өндәшеп, тегеһе яуап бирһә, ваҡыт үтеү менән кескәй яуап бирмәй башлай. Балаһын юғалтҡан ир тәүҙә уны үҙе эҙләй, һуңынан Малаяҙ ауылында урынлашҡан эҙләү-ҡотҡарыу отрядына ярҙам һорап, шылтырата. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ваҡиға урынына килеп еткән ҡотҡарыусылар ике төркөмгә бүленеп, ҡыҙҙы эҙләп таба. Бала юғалған урынынан биш километр алыҫлыҡҡа китеп өлгөргән булған. Ҡыҙҙы иҫән-һау атаһына килтереп биргәндәр.

---------------------------------

Пока мужчина увлеченно рыбачил, семилетняя девочка пошла гулять. Вскоре мужчина позвал дочку, но ее уже рядом не оказалось. Оказалось, что девочка пошла собирать цветы и заблудилась. Какое-то время перепуганный отец искал малышку самостоятельно, но в полдень все же обратился за помощью к спасателям.

Сотрудники аварийно-спасательной службы госкомитета Башкортостана по чрезвычайным ситуациям разделились на две группы и отправились на поиски. Нашли ребенка уже в пяти километрах от места исчезновения. При этом, когда спасатели нашли девочку, она продолжала идти в противоположную от папы сторону. Ребенка вернули испуганному отцу, медицинская помощь ей не понадобилась.
Читайте нас: