Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
13 Август 2019, 16:30

Чупакабрамы, шәшкеме?

Лаҡлы ауылында туғыҙ баш тауыҡ бройлерҙарын билдәһеҙ йәнлек үлтереп, йорт буйлап ырғытып киткән...ТУЛЫРАҠ

Лаҡлы ауылында йәшәгән бер ир кисен йорттарына ҡайтһа, ҡурҡыныс хәлгә тап булған. Ғаилә үҫтергән туғыҙ баш тауыҡ бройлерҙарын билдәһеҙ йәнлек үлтереп, йорт буйлап ырғытып киткән. Был хәлде күреп аптырған ир, ваҡиғаны видеоға төшөрөп, социаль селтәргә һалған. Видеонан күренеүенсә, йәнлек ҡош-ҡортто ашамаған, ә баштарын, муйындарын тешләп кенә үлтергән. Видеоны ҡараған район халҡы был хәлгә битараф ҡалмай, уларҙың ҡош-ҡорттарын да йәнлектәр тамаҡлағанын белдерҙе. “Шәшке, көҙән шулай ҡош-ҡортто ҡыра. Был уғрыларҙы ҡырын эш эшләгән мәлдә күргәнебеҙ булды”, - тип яҙҙы районда йәшәүселәр.

-------------------------------

Неизвестный хищник устроил побоище в деревне Лаклы. Инцидент произошел на днях в Салаватском районе республики. Ночью в подворья пробрался зверь убил десятки кур. Хозяева подозревают, что это могла быть чупакабра - некое мифическое существо, которое нападает на подворья.

Как считают пользователи социальных сетей, это не чупакабра нападает на домашнюю птицу, а скорее всего дикие животные.
Читайте нас: