Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
9 Август 2019, 15:44

Телефон алам тип, аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан

Салауат районында йәшәгән бер ир билдәле смартфонды ике тапҡыр арзаныраҡ һатып алам тип, аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.

Ҡаза күреүсе һөйләүенсә, ул осһоҙ смартфондың һатылғанын интернетта күреп ҡалған. Күрһәтелгән телефонға шылтыратҡандан һуң, һатыусы уға һигеҙ мең һум аҡса күсерергә ҡушҡан. Ир һатыусының банк картаһына тейешле аҡсаны күсергәс, тегеһенән елдәр иҫкән. Шунда ғына ир уны алдағандарын аңлаған.

--------------------


Как рассказал сам пострадавший газете “Юрюзань”, он нашел в интернете объявление о продаже телефона. Он ему приглянулся, и мужчина решил его купить. Он позвонил по указанному номеру, и продавец попросил перевести ему деньги сразу на банковскую карту, покупатель так и сделал, отправив восемь тысяч рублей. Однако, после этого лже-владелец телефона больше на связь не выходил, мужчина понял, что его обманули.
Читайте нас: