Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
5 Август 2019, 19:33

Һары үрмәксенән һаҡ булығыҙ!

Салауат районында йәшәүсе ҡатын ағыулы үрмәксен тешләгәндән һуң дауаханаға эләккәнТулыраҡ уҡырға:

Өфөнән йыраҡ булмаған ауылдарҙа ҙур һары үрмәксен күбәйеп, улар кешеләрҙе тешләгән осраҡтар тураһында былтыр уҡ ишетелгәйне. Быйыл уларҙы Салауат районы халҡы беҙҙең яҡтарҙа ла осратҡан. Ағыулы үрмәксенгә тап булыусылар уларҙы фотоға төшөрөп, “Бәйләнеш”тә социаль селтәренә һалды. Ә күптән түгел тәүге зыян күреүселәрҙең дә барлығы асыҡланды — бер ҡатынды үрмәксе тешләгәндән һуң ул дауаханаға эләккән.

Нәсибаш ауылында йәшәүсе 59 йәшлек ҡатынға был хәүефле үрмәксен һөжүм иткән. Ул үрмәксе тешләгәндән һуң, йөрәге ауыртып, аяҡтары тартыша башлағас, Малаяҙ үҙәк дауаханаһына мөрәжәғәт иткән. Ҡатынға тиҙ ярҙам күрһәтеп, уны дауахананың кардиология бүлегенә һалғандар.

Ғалимдар әйтеүенсә, был – һары эсле, ҡыҙғылт-һары башлы, ҙур яңаҡлы үрмәксе, арҡаһында һыҙат та бар. Ул ауырттырып тешләй, ағыулы, бигерәк тә аллергияһы булған кешеләргә хәүефле. Ләкин үрмәксе үҙе башлап һөжүм итмәй, һаҡлана ғына. Үрмәксе тешләгән осраҡта яраны таҙартып, аллергиянан дарыуҙар эсеп, тиҙ генә табипҡа күренергә кәрәк. Үрмәксене ҡул менән тоторға ҡәтғи тыйыла, уны банка менән ябып, йорттан йырағыраҡ алып барып ҡуйығыҙ

--------

В последнее время в Башкирии наблюдается нашествие пауков. Опасные пауки добрались и до Салаватского района. На днях 59-летняя жительница с. Насибаш обратились за медицинской помощью в ЦРБ после укуса членистоногого. По ее словам, ее укусил желтый сак, посеявший панику еще прошлым летом.
Как сообщили в ЦРБ, женщине стало плохо после укуса паука, она пожаловалась на сильную боль в груди и на судороги в ногах. Ее госпитализировали в стационар и назначили лечение.
Желтый сак – ядовитый паук, который охотится ночью. Его привычное место обитания – Африка, Средняя Азия, и южная часть России. Под Уфой же его впервые начали замечать около двух лет назад. Как сообщают специалисты, яд этого паука представляет клиническую опасность для человека.
Сам паук не станет без причины нападать, он может укусить, только почувствовав опасность для жизни. Ядовитого паука особенно стоит опасаться людям с аллергией. В случае укуса нужно продезинфицировать рану, принять противоаллергический препарат и обратиться к врачу. Если в доме обнаружен желтый сак, его не следует брать голыми руками, а можно накрыть сверху банкой, подложить снизу листочек и отнести подальше от дома.


Читайте нас: