Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
1 Август 2019, 13:02

Ҡарт ҡара йыланға тап булған

Күптән түгел Елгилде ауылында йәшәүсе 80 йәшлек бер ирҙе ҡара йылан саҡҡан. Йорт тирәһендә була был хәл. Ҡарт ҡош-ҡортҡа ем алам тип, ҡулын ларға тығыуы була, уны шунда ятҡан йылан сағып та ала.

Районда эҫе көндәр тора. Халыҡ урманға еләк, бәшмәк йыйырға, тәбиғәткә ял итергә барғанда, йыш ҡына йорт тирәһендә лә йыланға тап була. Беҙҙең төбәктәрҙә, йылы яҡтар менән сағыштырғанда, һөйрәлеүселәрҙең әллә ни ҡурҡыныс төрҙәре булмаһа ла, ҡара йыландан һаҡ булыу ҡамасауламай.

Күптән түгел Елгилде ауылында йәшәүсе 80 йәшлек бер ирҙе ҡара йылан саҡҡан. Йорт тирәһендә була был хәл. Ҡарт ҡош-ҡортҡа ем алам тип, ҡулын ларға тығыуы була, уны шунда ятҡан йылан сағып та ала. Ир тиҙ генә дахауаханаға мөрәжәғәт итә. Малаяҙ үҙәк дауаханаһы хирургия бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, ирҙе ҡара йылан тешләүе асыҡланған. Һөйрәлеүсенән ҡаза күреүсене ун көн эсендә аяҡҡа баҫтырып, өйөнә ҡайтаралар.

--------------------

Чаще всего гадюки нападают на людей на открытых лесных полянах. Но бывают так, что змеи забираются во дворы жилых домов, на дачные участки.

Недавно несчастный случай произошел в деревне Ельгильдино. 80-летнего мужчину прямо во дворе собственного дома укусила гадюка. Как пояснили в ЦРБ, змея заползла в ангар, и когда мужчина потянулся за зерном, гадюка укусила его. К счастью, все закончилось благополучно. Пострадавшего вовремя доставили в больницу. Мужчина провел в реанимации несколько дней, затем еще неделю восстанавливался в больничной палате. Сейчас угрозы для жизни и здоровья мужчины нет.

Людям лучше не связываться с гадюками, не пытаться их зарубить, раздавить или прогнать. Как показала практика, пусть редко, но последствия могут быть трагичными.
Читайте нас: