Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
17 Июнь 2019, 15:32

Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге.

Яңыраҡ 7 йәшлек ҡыҙ балалар шыуа торған "горка"нан төшөп, муйынын һындырҙы.

Шау-гөр килеп торған мәктәптәр тынды, балаларҙың каникулдары башланды. Ошо йәмле миҙгелдә барыбыҙҙы ла балаларыбыҙҙың хәүефһеҙлеге борсой.

Күп осраҡта балалар ата-әсәләр эштә булған ваҡытта күңелһеҙ хәлдәргә осрай. Әммә ата-әсәләр уяу булған осраҡта ла, кескәйҙәр менән бәйле булған күңелһеҙ осраҡтар теркәлә. Яңыраҡ ошондай хәл Малаяҙ ауылында булды.

1-се Малаяҙ мәктәбе эргәһендәге уйын майҙансығында бер бала тау шыуған ваҡытта уның ситенә тотоноп, бармаҡтарын ныҡ итеп йәрәхәтләне. Баланың әсәһе “Бәйләнеш”тә селтәренә фотоны һалып, башҡаларҙы уяу булырға саҡырҙы. Һүҙ барышында, был тәүге күңелһеҙ осраҡ түгел икәне асыҡланды. Бер-нисә ата-әсә уларҙың балалары ла ошо тауҙан шыуып, йәрәхәтләнгәнен яҙҙы.

Әйткәндәй, уйын майҙансығы хәүефле урындарҙың береһе. Шуға ла был урынды бигерәк тә уяу булырға кәрәк. Яңыраҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһында 7 йәшлек ҡыҙ балалар шыуа торған "горка"нан шыуып, муйынын һындырҙы. Был хәлгә шыуа торған тауҙың саманан тыш тәпәш кәртәләре сәбәпсе тип әйтәләр.

--------

На детской площадке в Стерлитамаке произошло ЧП. С трехметровой горки на землю упала 7-летняя девочка. Известно, что она гуляла на площадке с родителями.

На место незамедлительно вызвали скорую помощь, медики увезли малышку в больницу с подозрением на перелом шейных позвонков. К счастью, сейчас ее жизни ничего не угрожает.

Напомним, недавно на детской игровой площадке, расположенной в с. Малояз произошел несчастный случай. Ребёнок, скатываясь с горки, разрезал на руке пальцы.

«Уважаемые родители будьте осторожны,мой сын позавчера на детской площадке возле школы,на горке,чуть без пальцев не остался», – рассказала мама пострадавшего.
Читайте нас: