Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
19 Февраль 2019, 23:17

Берәҙәк эттәр 5-се класс уҡыусыһына ташланды.

Берәҙәк эттәр 5-се класс уҡыусыһына ташланды... Тулыраҡ уҡырға...

Был хәл Өфө ҡалаһында теркәлде. 11 йәшлек малайҙы мәктәптән ҡайтып барғанда берәҙәк эттәр тешләй. Уҡыусыға дауаханала ярҙам күрһәтеп, өйөнә ҡайтарғандар. Беҙҙең район халҡы ла берәҙәк эттәр күбәйеүенә хафалана. Был хаҡта улар район башлығы Марс Кашаповтың “Бәйләнештә” селтәрендә шәхси битенә яҙа. Марс Фәррәх улы был хәлде былай тип асыҡланы:

- Һуңғы йылдарҙа кешеләр үҙ йорттарында бесәй тотоу ғына тугел, ә эттәрҙән дә баш тарта башланы. Һөҙөмтәлә урамдарҙа бик күп берәҙәк хайуандар барлыҡҡа килде. Улар санитария-гигиена талаптары яғынан да, хәүефһеҙлек күҙлегенән дә ҡурҡыныс тыуҙыра.

Шуны әйтергә кәрәк, районда берәҙәк эттәрҙе бөтөрөү маҡсаты менән махсус ойошма менән килешеү төҙөләсәк. Әммә был эште атҡарыу өсөн күп ваҡытты алған махсус процедуралар аша үтергә кәрәк. Быға тиклем балаларҙы мәктәпкә оҙатып ҡуйыуығыҙҙы һорайым.

-----------

Как сообщает Управление гражданской защиты, недавно в Уфе бездомные собаки напали на 11-летнего мальчика и покусали его. В результате пятиклассник получил травму ноги. После оказания медпомощи и прививания от бешенства ребенка передали родителям.
Проблема бродячих собак остро стоит и у нас в районе. Жители обратились в администрацию района с просьбой избавить их от животных. Они опасаются, что собаки могут напасть на детей. Глава района Марс Кашапов отреагировал на жалобы жителей:
- Вопросы по бродячим собакам возникают у нас постоянно. Причины проблемы в том, что граждане не сажают на цепь своих собак, а то, и просто выбрасывают своих питомцев на произвол судьбы. Далее эта проблема становится проблемой сельсовета и Администрации района.
Хотелось бы призвать все население: относитесь к своим питомцам ответственно, оценивайте свои реальные возможности по их содержанию.
Со своей стороны, могу сказать, что для заключения договора со специализированной организацией по отлову бродячих собак, необходимо пройти обязательные процедуры, которые занимают немалое время. Администрацией района данная работа уже ведется. По возможности сопровождайте своих детей, не отпускайте их одних. Отлов бродячих собак обязательно проведем, для этого требуется немного времени.