Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
30 Ғинуар 2019, 19:19

Ҡапҡанға бүре ҡапты

“Шәрәк ауылында бер бүре ҡапҡанға эләккән. Уны урындағы һунарсы Айбулат Садиҡов ҡуйған булған”, – тип редакцияға хәбәр итте Лағыр ауыл биләмәһе башлығы Зәбир Ситдиҡов. Бүре аулаусының үҙе менән бәйләнешкә сыҡтыҡ. Ул беҙгә бына нимәләр һөйләне... Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Яуыз йыртҡысты Шәрәк ауылы һунарсыһы Айбулат Садиҡов аулаған


«Бәйләнештә» селтәренән

Лилиә ШӘЙХИНУРОВА:
“Шәрәк ауылы эргәһендә бүреләр йөрөй. Ауылдаштар күргән, ҡот осҡос. Кешеләргә автобус туҡталышына бер километр тирәһе йәйәү барырға кәрәк. Ҡайһы ваҡыт юлға яңғыҙыңа сығырға тура килә. Берәй сара күрһәгеҙ ине. Йыртҡыстар ауылға ныҡ яҡынлашты”.


Салауат районы хакимиәте башлығы Марс КАШАПОВ:

“Районда бүреләргә һунар ойошторолған. Егерҙарҙың эшенә Флорид Ҡазиханов етәкселек итә. Һунарсылар был хәл тураһында белә, бүреләрҙе аулауға путевка бирелгән. Егерҙарҙың эшенә быйыл ҡарҙың аҙ яуыуы ла ҡамасаулай”.



Былтыр көҙҙән бирле ауылдар тирәһендә бүреләр йөрөүе хаҡында шомло хәбәрҙәр йөрөй. Хатта улар Башҡорт Илсекәйендә өс этте лә тамаҡлап өлгөрҙө. Яңыраҡ Шәрәк ауылы халҡы социаль селтәрҙәрҙә йыртҡыстарҙың эргәлә йөрөүенә борсолоуын белдерҙе. Бер түгел, биш баш бүренең үтеп барыуын күргәндәр.


“Шәрәк ауылында бер бүре ҡапҡанға эләккән. Уны урындағы һунарсы Айбулат Садиҡов ҡуйған булған”,
– тип редакцияға хәбәр итте Лағыр ауылы биләмәһе башлығы Зәбир Ситдиҡов.


Бүре аулаусының үҙе менән бәйләнешкә сыҡтыҡ.

– Дүшәмбе, 28 ғинуарҙа, иртән мал ҡарарға сыҡҡайным, ауылдаштарҙың береһе төнөн яҡында ғына бүре олоуы тураһында һөйләне, – тине Айбулат Салауат улы. – Алдан беҙҙең ауыл тирәһендә биш баш бүренең йөрөүе хаҡында ишетелгәйне. Шуға егерме көн элек, эҙҙәренә ҡарап, урманға бер нисә урынға ҡапҡан ҡорғайным. Шул иртәлә уны барып ҡарарға булдым. Килеп етһәм, ҡапҡанға береһе эләккән. Мылтыҡ менән атып алып ҡайттым. Һунарсылыҡ инспекторы Рим Әйүповҡа хәбәр иттем, бүрене Мәсәғүткә алып барып тапшырасаҡмын.


Һунарсы Айбулат Садиҡов әйтеүенсә, тағы дүрт бүрене аулайһы бар әле. Улар ауыл халҡына, бала-сағаға ҡурҡыныс менән янай. Ҡапҡанға эләккәне – йәш инә хайуан. “Эттән саҡ ҡына ҙур йыртҡыс атаһы, инәһе һәм өс балаһынан торған ғаиләнең бер көсөгө генә. Ҡапҡан тирәһендә улар, урап йөрөп-йөрөп, береһен ташлап киткәндәр. Ҙур ғына тәпәй эҙе бар, өйөр башлығы – "альфа-самец"тыҡы ул”, – ти аусы.


– Башҡа ауыл һунарсылары менән һөйләшеп торабыҙ бит. Уҙған йыл Ҡарағол, Илсекәй, Урмансы ауылдары янында йөрөгән өйөр бында килеп еткән. Бүреләр Шәрәктә төнөн ауыл эсендә лә йөрөгәндәр. Кешеләр малдарын төнгөлөккә бикләй. Кәртә эстәрендә эҙҙәрен күргәндәр. Улар, аҙыҡ эҙләп, беҙҙең ауыл янынан өс үткәндәр, һуңғыһында береһе эләкте. Бынан тыш, Лағыр менән Яҙғыйорт ауылдары араһында ике баш бүре йөрөй, тиҙәр. Шуға беҙгә, һунарсыларға, ауыл халҡына ла, уяу булырға кәрәк, – ти Айбулат Салауат улы.


Февралдә урман “санитарҙары” нығыраҡ әүҙемләшә. Тәжрибәле һунарсы һөйләүенсә, бүреләрҙең ҡарығыу (ҡауышыу) осоро башлана. Ас йыртҡыстар ул мәлдә бигерәк аяуһыҙ була торған. Һаҡ булайыҡ, юлыбыҙға осрай күрмәһендәр!


Шулай уҡ уҡығыҙ:

Бүреләр йәнә бер этте ашаны https://iyryzan.rbsmi.ru/articles/borsouly-signal/b-rel-r-y-n-ber-ette-ashany/
В Баш-Ильчикеево хозяйничают волки https://iyryzan.rbsmi.ru/articles/borsouly-signal/v-bash-ilchikeevo-khozyaynichayut-volki/



Читайте нас: