

Ул 1946 йылдың 10 сентябрендә хозур тәбиғәтле Әлкә ауылында донъяға килгән. Бала сағы тыуған ауылында үтә. Тырыш, теремек ҡыҙ мәктәпте тик яҡшы билдәләргә тамамлап, бер йыл Юлай ауылы китапханаһында эшләй. Һуңынан Ҡыйғыла шәфҡәт туташтары курсында уҡып, Мәсетле районы Яңы Мишәр ауылына эшкә ебәрелә. Унда эшләп йөрөгәндә үҙенең ғүмерлек йәрен, мөхәббәтен осрата. Фрунзе исемендәге колхозда экономист булып эшләп йөрөгән Рәфис Заһир улы бик шәп егет була. Йәштәр өйләнешеп, өс ҡыҙ менән бер улға ғүмер бүләк итәләр. 1974 йылда Янғантау ауылына кусеп киләләр. Хаҡлы ялға сыҡҡансы “Янғантау” шифаханаһында хеҙмәт итәләр. Әтейебеҙ Рәфис Заһир улы – абруйлы иҡтисадсы, ә инәйебеҙ Рая Ғилмитдин ҡыҙы өлгөлө, алтын ҡуллы шәфҡәт туташы булып эшләй. Бик күп почет грамоталары, рәхмәт хаттары уларҙың Тыуған ил алдында түккән хеҙмәте тураһында һөйләй.
Кәримовтар бик аҡыллы, тәртипле балалар тәрбиәләп үҫтереп, уҡытып, һәр береһенә белем биреп, оло тормош юлына баҫтыралар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әтейебеҙ 2001 йылда фажиғәле һәләк булды, урыны ожмахта булһын.
Оло ҡыҙҙары Ләйлә һәм кейәүҙәре Ирек Ғибаҙуллин Октябрьский ҡалаһында йәшәй, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеп, хәҙер хаҡлы ялдалар. Раил, Камил тигән улдар үҫтерәләр.
Икенсе ҡыҙҙары Гүзәл – бухгалтер, уның тормош иптәше Андрей Сотников – ҡиммәтле ҡағыҙҙар менән эш итеү белгесе, Өфө ҡалаһында йәшәйҙәр, Егор, Илья исемле улдары бар.
Төпсөк ҡыҙҙары Гөлшат, инәһе кеүек, медсестра һөнәренә уҡыған, ғаиләһе менән Дыуан районының Мәсәғүт ауылында йәшәй, ире Альфред Зиннуров райПО мөдире булып эшләй. Әлфинә, Ислам, Әмил исемле балалар тәрбиәләйҙәр.
Улдары Зөфәр – төҙөлөш компанияһында тәьмин итеүсе, уның ҡатыны Айлита – лазер хирургияһы клиникаһында администратор. Өфө районының Шамонино ауылында төпләнеп, Әмир, Кәрим, Сафия исемле балалар үҫтереп, матур тормош көтәләр.
Бөгөн инәйебеҙҙе ейән-ейәнсәрҙәре үҙҙәренең уңыштары, яҡшы хәбәрҙәре менән ҡыуандырып, һөйөндөрөп тора.
Тыуған йорттоң терәге, йәме, ҡото булып, беҙҙе, балаларыңды, кинәндереп, ҡайтһаҡ, тәмле ризыҡтарың менән ҡаршы алғаның өсөн рәхмәтлебеҙ. Беҙ һине ныҡ яратабыҙ, сабыр йөрәгеңә, изге күңелеңә һоҡланабыҙ. Тигеҙ итеп өләшкән йөрәк йылың, бөтмәҫ хәстәрлегең өсөн беҙ һиңә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Һинең оло терәк һәм кәңәшсе булып йәшәүең – беҙҙең өсөн ҙур бәхет. Ғүмер йомғағың һаулыҡҡа, бәхеткә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнөп алға тәгәрәһен.
Зөфәр Кәримов.
Өфө ҡалаһы.