Ата-әсәһе Таһирйән һәм Фәрзәнә көтөп алынған ҡыҙҙарына Гөлнур тип исем ҡуша. Исеме есеменә тура килеп, Гөлнурҙың йөҙө нурлы, күҙҙәре лә нур сәсеп балҡып тора.
Уҡытыусы булып эшләгән әсәһе Фәрзәнә апайҙың эше тынғыһыҙ була. Шуға өйҙәге эштәр ҙә, бер-бер артлы тыуған ҡустылары Рөстәм менән Ринатты ла Гөлнурға ҡарарға тура килә. Ул күрше-тирәләге башҡа балаларҙы ла йыйып, уларға уҡытыусы булып, мәктәп уйната. Шуға ла Гөлнурҙың уҡытыусы һөнәрен һайлауы осраҡлы түгел. Тәүҙә – Ахун һигеҙ йыллыҡ, һуңынан Янғантау урта мәктәбен тамамлағас, 1977 йылда Мәсәғүт педагогия училищеһында уҡыуын дауам итә.
Башланғыс кластар уҡытыусыһы дипломы алған йәш белгесте Нуриман районына эшкә ебәрәләр. Мәктәптә эшләүе ни тиклем күңелле булһа ла, йәш ҡыҙҙың күңеле тыуған яғына тартыла. 1983 йылда Гөлнур үҙ районының Йонос ауылына ҡайта. Башланғыс мәктәпкә мөдир итеп тә тәғәйенләнә. Ошонда уҡ ғүмерлек мөхәббәте Флорис Ишбулды улын осрата. Һылыу ҡыҙҙы ҡулдан ысҡындырғыһы килмәгән егет, уны яусылап, тиҙерәк никах уҡыттырып та ҡуя. Матур йәй көнөндә йәштәр гөрләтеп туй үткәрә. Килен булып төшкән ерендә Гөлнур таштай бата. Ҡайны-ҡәйнәһенә, килендәштәренә, бикәстәренә лә асыҡ йөҙлө, ихтирамлы, иғтибарлы була. Шуға барыһы ла Гөлнурҙы үҙ итә.
Ғаиләһенә лә өлгөрә, эшендә лә, йәмәғәт эшмәкәрлегендә лә әүҙем ҡатнаша. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетында юғары белем алырға ла форсат таба. Ул эшләгән осорҙа Йоноста заманса яңы мәктәп асылды. Уҡыусылары төрлө конкурс, олимпиада, ярыштарҙа юғары уңыштарға иреште. 30 йыл Гөлнур Таһирйән ҡыҙы Йонос башланғыс мәктәбенә етәкселек итте. Ауылда мәктәп ябылғас, Әлкә мәктәбендә эшен дауам итте.
Әхирәтебеҙ Гөлнур тормош иптәше Флорисҡа – яратҡан ҡатын, улы Азатҡа, ҡыҙы Гөлназға – һөйөклө әсәй, килене Рита менән кейәүе Маратҡа – изгелекле ҡәйнә, ейәндәренә – ҡәҙерле өләсәй. Уның өлгөрлөгөнә аптырарлыҡ! Бер ҡасан да тик ултырған сағын күрмәйбеҙ. Әле клубта ҡуйылған концерттарҙа ҡатнаша, әле ағинәйҙәр менән һәр төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнай, өмәләр ҙә ойоштора, МХО-ға гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша. Йортонда ишек алды тулы гөл-сәскәләр, баҡса тулы йәшелсә, еләк-емеш үҫә. Уның бешергән аштары ла телеңде йоторлоҡ, һабантуйҙарға, төрлө байрамдарға әҙерләгән бик күп милли ризыҡтары өҫтәлгә йәм бирә.
Бына шундай шәп ул беҙҙең Гөлнур әхирәтебеҙ. Бөтә эш ҡулынан килә. Уның шулай шәп булып, ҡорған донъяларында Флорисы менән яҡындарына терәк булып йәшәүҙәрен теләйем.
Әминә Йоносова,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Юлай ауылы.