Салауат Закир улы һәм Альмира Салауат ҡыҙы икеһе лә Урмантау ауылында тыуып үҫкән. Улар заманында Байкал-Амур магистрале (БАМ) төҙөлөшөндә эшләгән.
Ғаилә башлығы хеҙмәт юлын Урмантау мәктәбендә музыка уҡытыусыһы булып башлай. Ҡатыны леспромхоздың эшселәрҙе тәьмин итеү бүлегенә (ОРС) мөдирлек итә. 70-се йылдарҙа Әхмәтшиндар Свердловск өлкәһенең Североуральск ҡалаһына күсенеп, ир кеше – төҙөлөштә, ә уның хәләл ефете сауҙа өлкәһендә эшләй. Унан инде алыҫ яҡтарға, БАМ-ға сығып китәләр. Улар Байкал-Амур магистрале төҙөлөшөнә үҙ өлөшөн индерә. Салауат Закир улы крансы булараҡ, күп фатирлы йорттар төҙөһә, Альмира Салауат ҡыҙы сауҙа бүлеге начальнигы вазифаһын биләй. БАМ-да, Лена йылғаһы буйындағы ҡасаба-ҡалаларҙа, улар биш йыл йәшәй. Былтыр, 2024 йыл һуңында, хеҙмәт ветерандарын “Байкал-Амур магистраленә 50 йыл” юбилей миҙалы менән бүләкләгәндәр.
Илдәге үҙгәртеп ҡороу осоронда ғаилә ике балаһы менән Мәскәүгә күсеп килә. Ире төҙөлөштә эшләүен дауам итә, ҡатыны сауҙа үҙәгендә өлкән кассир була. Баш ҡалала 15 йыл йәшәп, Арҡауылға ҡайталар. Улдары Ринат Мәскәүҙә ҡала, ул бөгөн үҙенең шәхси бизнесы менән шөғөлләнә. Ҡыҙҙары Лилиә Өфөлә йәшәй.
Салауат Закир улына – 72, Альмира Салауат ҡыҙына 65 йәш тулған. Арҡауыл ауылында үҙҙәре һалып сыҡҡан күркәм йорттарында ололарса бәхетле ғүмер итәләр. Бергә йәшәүҙәренә лә ҡырҡ йылдан ашыу ваҡыт үткән. Бөгөн Әхмәтшиндар биш ейән-ейәнсәр ҡыуанысын кисерә.
Яҙмыш уларҙы ҡайҙарҙа ғына йөрөтһә лә, ниндәй генә яҡтарҙа булһалар ҙа, улар үҙҙәренең тыуған еренә тоғро ҡалған. Йәнтөйәгенән башҡа матурыраҡ ер булмауына күптән инанғандар. Был күркәм ғаиләгә бәхет һәм именлек кенә юлдаш булһын.
Айҙар Ноғаманов.