Бөтә яңылыҡтар
Татыу ғаилә - ил күрке
19 Август 2025, 13:00

Донъяға матурлыҡ өҫтәүсе

Урмансы ауылында йәшәүсе педагогик хеҙмәт ветераны, яратҡан әсәй, өләсәй, күркәм ҡатын Люда Хөсәйенова бөгөн 85 йәшлек юбилейын билдәләй. Ул 30 йыл ғүмерен мәктәпкә, балаларға, яратҡан эшенә бағышлаған.

Донъяға матурлыҡ өҫтәүсе
Донъяға матурлыҡ өҫтәүсе

Люда Фәхретдин ҡыҙы 1940 йылда Ҡалмаҡтар ауылында колхозсы ғаиләһендә 5 -се бала булып донъяға килә. Атаһын бөтөнләй белмәй, сөнки ул 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышына алынып, Сталинград яуында батырҙарса һәләк була. Әсәһенә 5 ҡыҙҙы тәрбиәләп үҫтереп, кеше итергә тура килә. Ҡыҙҙарҙың өсөһө юғары белемле уҡытыусылар була.
Люда Иҫке Ҡаратаулы мәктәбен тамамлағас, 1959 йылда уҡытыусы булып хеҙмәт юлын башлай. Ике йыл эшләгәс, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инеп, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып сыға. 13 йыл Лағырҙа уҡытҡас, тормош иптәше Нурмөхәмәт Ғәйфулла улының тыуған Урмансы ауылына төпләнеп, унда икеһе лә педагогик хеҙмәт юлдарын дауам итә.
Күп йыллыҡ хеҙмәте һәм балаларҙы уҡытыуҙа, тәрбиәләүҙәге уңыштары өсөн 1978 йылда Люда Фәхретдин ҡыҙына “Өлгөлө хеҙмәт өсөн” (“За трудовое отличие”) миҙалы бирелә, шулай уҡ бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттарына ла лайыҡ була. Әммә уның өсөн иң юғары награда – хәлен белешеп торған коллегалары, уҡыусыларының ихтирамы һәм һөйөүе.
Люда Фәхретдин ҡыҙы – һөнәрендә генә түгел, ғаилә тормошонда ла уңышҡа өлгәшкән ҡатын. Нурмөхәмәт Ғәйфулла улы менән татыу ғүмер кисерәләр. Һөйөү менән һуғарылған ғаилә усағы һәр ваҡыт яҡты, уңайлы, таҙа һәм тыныс була.
Улар өс ул үҫтереп, белем алырға ярҙам итә. Бөгөн балалары һәр береһе үҙ ғаиләләре менән матур донъя көтә. Ике улы – Өфөлә, береһе Мөрсәлимдә төпләнгән. Ветеран уҡытыусы бөгөн балаларының, 2 ейәненең, 4 ейәнсәренең уңыштарына кинәнеп, хәстәрлеген, һөйөүен тойоп ғүмер итә.
Люда Фәхретдин ҡыҙына тормош юлында ҡайғыһын да кисерергә тура килә: 5 йыл элек һөйөклө ире баҡыйлыҡҡа күсә. Әммә ул тормошҡа өмөтөн һүндермәй, рух ныҡлығын һаҡлап ҡала.
Ул һәр көндө асыҡ сырай менән ҡаршы ала, киләсәккә ҙур ышаныс менән ҡарай. Әүҙем тормош алып бара, күп хәрәкәт итергә тырыша. Баҡсалағы, тәҙрә төбөндәге гөлдәре лә, яҡшы кәйеф бүләк итеп, йыл әйләнәһенә шау сәскәлә ултыра. Аш-һыу әҙерләргә ярата, балаларын һәм яҡындарын хуш еҫле бәлештәре, тәмле аштары менән һыйлай.
Люда Хөсәйенова киң күңелле, изгелекле ҡатын, ҡунаҡсыллығы менән айырылып тора. Уның шундай мөләйем, матур булып ҡалыуының сере лә ябай: сәхнәне ярата. Йәш сағынан йырлай, бейей. Урмансы ауылының “Етегән” ансамбленең иң әүҙем ағзаһы ла була.
Люда Фәхретдин ҡыҙы менән әңгәмәләшкәндә, ул башҡорт телендә сыҡҡан район гәзитен 65 йыл алдырыуы хаҡында белдерҙе. “Йүрүҙән”де көтөп алам, бар яңылыҡтарҙы шунан белеп торабыҙ”, – тип, өлкән быуын өлгөһөндә башҡаларҙы ла башҡорт телендә сыҡҡан баҫмаға яҙылырға саҡырҙы.
Өлкән йәштәге хөрмәткә лайыҡ юбилярға ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ.

Автор: Гөлшат Шәмсетдинова.
Читайте нас