Бөтә яңылыҡтар

Изге әсә лә, уңған хеҙмәткәр ҙә

Был донъяла тирә-яҡты йәмләп, башҡаларҙы һоҡландырып, икенселәргә бәхет нурҙары таратып йәшәүсе был ханым – Әлкә ауылында йәшәүсе Гөлнара Рәшит ҡыҙы НИЗАМОВА.

Изге әсә лә, уңған хеҙмәткәр ҙә
Изге әсә лә, уңған хеҙмәткәр ҙә

Ул 1975 йылдың 15 июлендә Силәбе өлкәһе Һатҡы ҡалаһында донъяға килә. Һатҡыла 11-се класты тик “4”-“5”-ле билдәләренә тамамлап, шул ҡалалағы медицина колледжына уҡырға керә. Ҡулына диплом алғас, йәш ҡыҙ Ҡатау-Тамаҡ ҡалаһына шәфҡәт туташы булып эшкә урынлаша. Эшләп йөрөгөндә үҙенең мөхәббәтен, Йонос ауылы егете Руслан Ғәлимйән улын осратып, сәстәрен-сәскә бәйләп, матур ғаилә ҡоралар.
Йәштәр Әлкә ауылында төпләнергә ҡарар итә, күркәм йорт һалып сығалар. Гөлнара балалар баҡсаһына медсестра булып эшкә урынлаша. Йәш ғаиләнең тормоштарын йәмләп дүрт ул һәм, бәхеттәрен арттырып, иң төпсөк ҡыҙҙары донъяға килә. Биш бала әсәһе “Әсә даны” миҙалы менән бүләкләнгән.
Ғаилә башлығы ла тик торғандарҙан түгел. Руслан Ғәлимйән улы махсус хәрби операцияла ҡатнашып ҡайта. Хәҙер Әлкә урта мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып эшләй. Балаларға бокс секцияһы ойошторған, төрлө турнирҙар үткәрә, ярыштарҙа ҡатнаша. Үҙенең улдарын да илһөйәр итеп тәрбиәләй. Ислам динен тота, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Уның тырышлығы менән Әлкә ауыл биләмәһенең барлыҡ ауылдарында ла мәсеттәр һалынды.
Өлкән улдары Вадим Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған, махсус хәрби операцияла борт инженер булып хеҙмәт итте. Өйләнгән, ҡатыны Ләйсән менән Өфө ҡалаһында йәшәйҙәр. Илнур Өфө автотранспорт колледжын бөткән, әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтып, бөгөн ҙур йөк машинаһында алыҫ рейстарға йөрөүсе водитель булып эшләй. Нурислам Өфөләге күп профилле колледжында физкультурникка уҡый. Сәлим Әлкә урта мәктәбенең – 4-се, Айгөл 1-се класын тамамлаған. Әлеге ваҡытта каникулда ата-әсәләренә йорт тирәһендә ярҙам итәләр. Тултырып баҡса үҫтерәләр, ҡош-ҡорт аҫырайҙар. Уңған хужабикә тәмле-татлы ризыҡтар бешерергә әүәҫ. Ғаилә менән сәйәхәт итергә яраталар.
Бөгөн Гөлнара Рәшит ҡыҙы Малаяҙ ауылының “Бала саҡ иле” балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләп йөрөй.
Ниндәй генә уңыштарға өлгәшмәһен, барыһы ла ғаиләнән килә. Бер-береңә терәк булһаң ғына дәрт арта, көс табыла, илһам өҫтәлә. Ғаилә бәхетле булһа ғына, ҡорған ошо “ҡәлғә”беҙ, йәмғиәтебеҙ, республикабыҙ, илебеҙ ныҡлы була, алға бара.
Ошо көндәрҙә Гөлнара Низамова 50 йәшлек алтын юбилейын билдәләне. Беҙ уға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, артабан да тормош иптәше Руслан Ғәлимйән улы менән бер-береһенә терәк-таяныс булып, бәхетле тормошта мөхәббәт емештәре – улдары һәм ҡыҙын иманлы, аҡыллы итеп үҫтереп, ихтирам-хөрмәткә төрөнөп йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Лилиә Рамазанова.

Автор: Лилия Рамазанова
Читайте нас