Бөтә яңылыҡтар

Уңған хужабикә, һөйөклө әсәй

Һәр ваҡыт ихласлығы, көләс йөҙө менән балҡып торған ҡатын-ҡыҙ­ҙарға һоҡланмау мөмкин түгел. Шундай күркәм күңелле, гүзәл заттарыбыҙҙың береһе – Малаяҙ ауылында йәшәүсе Лена Сәғит ҡыҙы Нуриева.

Уңған хужабикә, һөйөклө әсәй
Уңған хужабикә, һөйөклө әсәй

Лена Сәғит ҡыҙы 1975 йылдың 29 июнендә II иҙелбай ауылында донъяға килә. Үҙенең тыуған ауылында 9-сы класты тамамлағас, Малаяҙҙағы 113-сө һөнәрселек училищеһында тегеүсе һөнәрен үҙләштерә. 18 йәшлек ҡыҙ 1993 йылда район типографияһына гәзит баҫыусы булып хеҙмәт юлын башлай. 22 йыл эшләгәс, 2015 йылда типография ябылыу сәбәпле, эшһеҙ ҡала. Юғалып ҡалмай, Йәш техниктар станцияһына эшкә керә.
Тормош иптәше Әхкәм Әхиәр улы менән матур ғаилә ҡороп, күркәм йорт һалып сыҡтылар. Ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Әлиә Өфөләге медицина колледжын, һуңынан физкультура институтының дауалау физик культураһы факультетын тамам­лай, ата-әсәһен кинәндереп, Элана тигән ҡыҙ үҫтерә. Улдары Айнур 1-се Малаяҙ урта мәктәбенең 9-сы класын бөттө.
Уңған хужабикә аш-һыу әҙерләргә, баҡса үҫтерергә ярата, өй тирәһе гөл-сәскәгә күмелгән.
Ошо көндәрҙә Лена үҙенең – 50 йәшен, ә тормош иптәше Әхкәм 55 йәшлек юбилейҙарын билдәләй. Артабан да уларға бергә-бергә тиң парлы оҙон ғүмер, мул тормош, балаларының шатлыҡтарына кинәнеп, изге­лектәр күреп йәшәргә насип итһен.
Лилиә РАМАЗАНОВА.

Автор: Лилиә Рамазанова
Читайте нас