Ошондай эшһөйәр, бөтмөр, йәмәғәт эшенә лә өлгөрөп, балаларын да матур тәрбиәләп, йорт-ҡураһын да өлгөлө итеп тотҡан ғаиләләрҙең береһе – Малаяҙ ауылынан Әнүзә һәм Урал Әхтәровтар. Улар 56 йыл бергә ғүмер итә.
Еңеү йылында тыуған ғаилә башлығы Урал Нурит улы, бик иртә атайһыҙ ҡалып, әсәһенә, бәләкәй туғандарына ярҙам итергә теләп, 15 йәштән эшкә егелә. Тракторсылар курсын тамамлап, хеҙмәт юлын һөнәре буйынса “Һарғамыш” совхозында башлай. Йыр-моңға әүәҫ, баянда ла оҫта уйнаған егетте район мәҙәниәт йортона эшкә саҡыралар. Һуңынан, боронғо башҡорт ауылы Лағырҙа яңы клуб төҙөлгәс, унда баянсы итеп ебәрәләр.
Сәхнәлә үҙенең һөйгән йәрен осрата ла инде. Иҫ киткес моңло итеп боронғо башҡорт йырҙарын башҡарған Әнүзә Барый ҡыҙына бер күреүҙән ғашиҡ була егет. Әйтергә кәрәк, Әнүзә Ғәлимова музыкаль ғаиләлә тыуып үҫкән.
“Атай-инәйемдәр икеһе лә бик матур итеп оҙон көйҙәрҙе башҡара ине. Ә Хәбир бабайым – республикала дан алған опера йырсыһы”, – тип иҫләй ул йәшлек йылдарын.
Йәштәр, ғаилә ҡороп, Малаяҙҙа төпләнә. Ғүмер буйы йырлап-бейеп кенә донъя көтөп булмай бит. Урал ағай Малаяҙ урмансылығына – тракторсы, Әнүзә апай балалар баҡсаһына тәрбиәсе ярҙамсыһы булып урынлаша. Бер йыл эсендә өй һалып керәләр. Бер-бер артлы өс балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтереп, юғары белемле итеп, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтылар.
Эштәре лә уңышлы бара уларҙың. Урал Нурит улы 38 йыл ғүмерен еребеҙҙең йәшел ҡалҡанын һаҡлауға, тәрбиәләүгә биргән. Хөкүмәт тарафынан да урман хужалығы ветеранының эше юғары баһалана. Ул – 3-сө дәрәжә Хеҙмәт даны һәм “Почет Билдәһе” ордендары кавалеры. Әүҙем йәмәғәтсе район Советы һәм ауыл советы депутаты итеп бер нисә тапҡыр һайлана.
“Уңыштарымда ҡатынымдың әһәмиәте ҙур. Бер ваҡытта ла “ниңә эшеңдә оҙаҡлайһың”, – тип дәғүә белдермәне. Йылы ҡараш, тәмле аш менән ҡаршы алды. Балалар ҡаралған, мал-тыуар ашатып ябылған. Барыһы өсөн дә мин уға рәхмәтлемен. Ни тиһәң дә, ғаилә бәхетен ҡороусы ла, тотоусы ла – ҡатын-ҡыҙ”, – ти Урал ағай, бергә татыу йәшәү серен асып.
Ошо көндәрҙә һикһәнен тултырған ғаилә башлығына һис был йәште бирмәҫһең: йәштәрсә дәртләнеп донъя көтә ул, бер ҡараһаң – тракторҙа, йә машинала йөрөй, мотоциклды ла үҙ иткән.
Ҡыҙҙары Ләйсән, улдары Фаил, атайҙарының юлын дауам итеп, Салауат урман хужалығында эшләй. Уртансыһы Лениза – Учалы районының Ураҙ ауылы хакимиәтендә эштәр идарасыһы.
Шундай өлгөлө ғаиләнең күршебеҙ булыуы – беҙҙең өсөн оло мәртәбә. Бар күршеләренә лә үрнәк улар, кәңәшсе лә, кәрәк саҡта ярҙамсы ла. Ихата тултырып мал-тыуар аҫырайҙар. Бишәр һыйыр, өйөрө менән ат, һарыҡтар, ҡош-ҡорт ҡаранылар. Олоғая килә мал һанын кәметһәләр ҙә, әле лә йорт-ҡураһы буш тормай. Уларға ҡарап беҙ ҙә тырышабыҙ. Эшләй ҙә, ял итә лә белә Әхтәровтар. Туғандарын, дуҫ-иштәрен, барыһын да асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала мул ҡуллы, йырлы-моңло күршеләребеҙ.
“Бәхетле йәшәү сере нимәлә?” тигән һорауға: “Бер-береңде аңлап, кәрәк саҡта ғәфү итеп, тормош һынауҙарына түҙеп, тырышып донъя көтөү”, – ти улар. Алтын һүҙҙәр. Үҙҙәре лә алтын кеүектәр генә алтын, гәүһәр туйҙарға барып етәлер.
Өлгөлө күршеләребеҙгә артабан да һау-сәләмәт булып, тормоштоң йәмен табып, балаларының игелеген күреп йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Бәхет ҡошо был йортто бер ваҡытта ла ташламаһын.
Рәйлә ЛАТИПОВА.
Малаяҙ ауылы.
Һүрәттә: Урал һәм Әнүзә Әхтәровтар балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән.