Быйыл “Йыл ғаиләһе” Бөтә Рәсәй конкурсы туғыҙынсы тапҡыр уҙғарыласаҡ. Положениеға ярашлы, республикала ул ике этапта үтә: муниципаль – райондарҙа һәм ҡалаларҙа, республика – уны БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы үткәрә.
2024 йылда конкурстың төбәк этабына 65 ғариза килгән, былтырғыға ҡарағанда 26-ға күберәк. Республика конкурсы еңеүселәрен ойоштороу комитеты билдәләне, уның составында министрлыҡтар һәм ведомстволар, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре эшләне. Шулай итеп, ойоштороу комитеты ҡарары буйынса “Йыл ғаиләһе” Бөтә Рәсәй конкурсында республиканың данын Салауат районының табиптар ғаиләһе Илдар һәм Карина Мәмлиевтар яҡлаясаҡ.
Йәш ғаилә 8 йылдан ашыу бәхетле йәшәй. Ғаилә башлығы Илдар Рафаил улы Малаяҙ үҙәк район дауаханаһында травматолог-ортопед булып эшләй. Уның ҡатыны Карина Валерьевна – дауаханала ультратауыш диагностикаһы табибы. Был ғаиләнең бер нисә быуыны Малаяҙ үҙәк район дауаханаһында кешеләрҙең һаулығы һағында тора.
Үҙ эшенең һөнәри оҫталары булараҡ, Мәмлиевтар ғаиләһе сәләмәт тормош алып бара, спорт менән шөғөлләнә һәм балаларын да быға ылыҡтыра. Улдары Искәндәр менән Таһир ата-әсәһенән үрнәк алып үҫә, башҡаларҙы хөрмәт итеү, уларға ярҙам итеү мөхитендә тәрбиәләнә. Уларға уңыштар теләйбеҙ!