Бер-береһен улар бала саҡтан уҡ беләләр тиерлек, егет әрменән ҡайтҡас осраша башлағайҙар. Альбина һәр ваҡыт ҙур ғаилә тураһында хыяллана. Барыһы ла үҙе теләгәнсә була: күркәм йорт, балалар, хужалыҡ һәм баҡса. Балаларының өлкәненә - 30, кесеһенә ике йәш тулған.
- Балалар - тормошобоҙҙа иң мөһиме. Эйе, ауырға тура килә, әммә беҙ һәр төрлө хәлдә бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, бөтә проблемаларҙы бергәләп хәл итәбеҙ. Хужалыҡ ҙур, шуға күрә һәр кем хәленән килгәнсә эшкә йәлеп ителгән. Шуға ҡарамаҫтан, балалар өсөн иң мөһиме - белем алыу, тип иҫәпләйбеҙ, - тине Альбина. - Конкурста ҡатнашыуға яуаплы ҡараныҡ - ғаилә йолаларын, халыҡтың мәҙәни ҡиммәттәрен бөтә матурлыҡта күрһәтеү беҙҙең өсөн бик мөһим. Беҙ балаларҙың үҙ тамырҙарын, шәжәрәһен белеүҙәрен теләйбеҙ, ә был конкурс беҙҙе тағы ла нығыраҡ берләштерҙе.
Былтыр мартта Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә Рәсәй Президенты Владимир Путин Альбина Хәйҙәршинаға "Герой-әсә" орденын тапшырғайны, тип яҙа "Ватандаш" журналы.