Салауат районының Әлкә ауылынан Айрат һәм Динара Шәмсетдиновтар "Ғаилә оҫталығы" ("Семейное ремесло") номинацияһында, район һәм зона этаптарын үтеп, республика кимәлендә сығыш яһаны. Улар Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" асыҡ республика конкурсының йомғаҡлау концертында бүләкләнде. Шәмсетдиновтарға 35 мең һумға аҡсалата сертификат тапшырылды.
Ғаилә башлығы Айрат Радис улы – фермер, йылҡы һәм һыйыр малдары үрсетә. Уның ҡатыны Динара Дим ҡыҙы Әлкә урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Өс бала үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Айгүзәл һәм Айзилә Өфө медицина колледжында белем ала. Улдары Динислам ауылда мәктәптә уҡып йөрөй. Балалар эш тәрбиәһе менән үҫә. Бәләкәйҙән атта һыбай йөрөйҙәр. Был ғаиләнең тағы бер үҙенсәлекле шөғөлө бар: аттарҙы ярыштарға әҙерләү. Айрат Шәмсетдиновтың аттары район һабантуйҙарында ғына түгел, республика кимәлендәге бәйгеләрҙә лә һынатмай.
Шәмсетдиновтарҙы мәртәбәле конкурста уңышлы сығыш яһауҙары менән ҡотлайбыҙ! "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашҡан Әлкә ауылы шундай егәрле һәм өлгөлө ғаиләләре менән данлы.
Фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте матбуғат хеҙмәте, Салауат районы социаль-мәҙәни ял үҙәге.